Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
19 Октябрь 2020, 14:04

Яманташ

Көньяҡ Уралдың иң матур тәбиғәт ҡосағының береһе - Яманташ ҡаялары. ул Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан 5-7 саҡрым алыҫлыҡта ята. Текә, тайғаҡ ташлы ҡаяның исеме лә есеменә күрә бирелгәндер. Хозурлығы менән үҙенә бик күптәрҙе йәлеп иткән был төбәк һалда ағырға яратыусылар өсөн дә үҙенсәлеле ер. Йылға ташлы ерҙән аҡҡанға ҡаршылыҡтар байтаҡ, ҡатмарлы ағыуҙы үҙ иткәндәр өсөн ҡулай. Шулай ҙа туристар араһында йәрәхәтләнеүселәр ҙә, вафат булып ҡалыусылар ҙа булғылап тора, шуға бында һаҡ булырға кәрәк. Элегерәк Яманташ ҡырағай йәнлектәргә бай булған. Әле кешеләр күп йөрөү сәбәплеме, әллә ни осрап бармай. Ҡоштар ҙа һирәк-һаяҡ ҡына тап була. Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәр, ҡоштар ҙа бар.

Көньяҡ Уралдың иң матур тәбиғәт ҡосағының береһе - Яманташ ҡаялары. ул Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан 5-7 саҡрым алыҫлыҡта ята. Текә, тайғаҡ ташлы ҡаяның исеме лә есеменә күрә бирелгәндер. Хозурлығы менән үҙенә бик күптәрҙе йәлеп иткән был төбәк һалда ағырға яратыусылар өсөн дә үҙенсәлеле ер. Йылға ташлы ерҙән аҡҡанға ҡаршылыҡтар байтаҡ, ағым да көслө, һыуы ла һыуыҡ, ҡатмарлы ағыуҙы үҙ иткәндәр өсөн ҡулай. Шулай ҙа туристар араһында йәрәхәтләнеүселәр ҙә, вафат булып ҡалыусылар ҙа булғылап тора, шуға бында һаҡ булырға кәрәк.
Элегерәк Яманташ ҡырағай йәнлектәргә бай булған. Әле кешеләр күп йөрөү сәбәплеме, әллә ни осрап бармай. Ҡоштар ҙа һирәк-һаяҡ ҡына тап була. Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәр, ҡоштар ҙа бар.
Мәғрур ҡаяларҙы иһә ҡарағайҙар үҙ иткән. Ҡайһы берәүҙәре хатта таш ярып тамырланған.
Автор фотолары.
Читайте нас: