Туристик слет мөмкинлектәре сикләнгән спортсмендар өсөн иң төп һәм иң яратҡан ваҡиға булып ҡала килә. Йыл һайын был фестивалгә йөҙләгән кеше килә. Уны үткәреү урыны йыл да алмашынып тора, былтыр ул Кушнаренко районында үткәрелһә, быйыл турслет вәкилдәрен бөрйәндәр ҡаршы алды. Сара БР гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү аҡсаһына ойошторолдо.
Быйылғы сарала 15 ҡала һәм райондан 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Беҙҙең район өсөн Мораҡтан Гөлшат Киленбаева, Любовь Яцук, Радмил Солтанморатов, Йомағужанан Илгиз Ишмөхәмәтов, Николай Кибиткин сығыш яһаны. Бикбулаттан Сафа Кинйәбаев хужалыҡ эштәре буйынса ярҙам итте. Ҡатнашыусылар бөтә хәүефһеҙлек талаптарын үтәнеләр. Улар өсөн битлек, бирсәткә, антисептиктар һатып алынды, айырым йоҡлау урыны тәғәйенләнде.
Бөрйәндәр конкурста еңеү яулап, сараны яңы форматта үткәрҙе. Спорт туризмы буйынса мастер-класс , Ағиҙел йылғаһы буйлап 30 километрлыҡ сплав ойошторҙо.
Сараны рәсми рәүештә асыу тантанаһы Иҫке Собханғолдағы балалар лагерында үтте. Ярыш бер нисә майҙансыҡта бер юлы барҙы. Быйыл һыу дистанцияһын катараман һәм катабайдаркаларҙа үтергә кәрәк ине. Тап ошо ярышты ҡарарға һәр ваҡыттағыа кеше күп йыйылды. Бүленгән участканы бер хатаһыҙ тик иглиндар ғына йөҙөп сыҡты, күгәрсендәр икенсе һөҙөмтә күрһәтте.
Спортсмендар йәйәү туризм техникаһы буйынса ла ярыштылар. Трасссаға сығыр алдынан, ҡатнашыусыларға узел бәйләүҙә үҙҙәренең оҫталығын күрһәтергә кәрәк ине. Ойоштороусылар һуҡмаҡты ауыр ғына итеп эшләгән, ул тау башында урынлашҡайны.
Икенсе көнөнә урында ориентир табыу буйынса көс һынаштылар, унда һәр кем топобилдәләр һәм компас менән ҡулланыу оҫталығын күрһәтте. Был ике категорияла беҙҙекеләр тағы икенсе урынды алды.
Коляскаларҙағы велотуризм һәр ваҡыттағыса халыҡты күп йыйҙы. Юлдағы ҡаршылыҡтарҙы Салауат районының инвалидтар ойошмаһы рәйесе, параспорт легендаһы һәм судьяһы Миңнислам Вәхитов үҙе тикшереп ҡараны.
Ярыштарҙың бөтә төрҙәре буйынса һөҙөмтәләр барланып, сараның еңеүселәре билдәләнде. Дөйөм команда иҫәбендә ейәнсуралар өсөнсө урынға сыҡты, икенсе урынды беҙҙекеләр - күгәрсендәр алды. Беренсе урынды Салауат районы яуланы. Бөтә йыйылма командаларға һәм шәхси беренселектә еңеү яулағандарға почет грамоталары, кубоктар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылы.
Фото спортсылар архивынан.