Мораҙым
+20 °С
Облачно
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
7 Июля 2020, 18:29

«Салауат Юлаев» хоккей клубының сит ил уйынсылары һәм тренерҙарының ҡасан Өфөгә килеүе билдәле булды

Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы легионерҙары һәм тренерҙар штабының бер өлөшө миҙгел алды күнекмәһен уҙғарыу өсөн 8 июлдә Өфөгә килә. Башҡортостан коллективы, Магнитогорскиҙың «Металлург», Түбәнге Каманың «Нефтехимик» һәм Екатеринбургтың «Автомобилист» командалары менән берләшеп, үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәре өсөн Рәсәйгә трансфер ойошторҙо, тип хәбәр иттеләр «Эхо Москвы в Уфе» радиоһының «Конфигурация шайбы» программаһында.

Программаны алып барыусы Алексей Горюнов мәғлүмәттәре буйынса, ошо уҡ рейс менән Башҡортостандың баш ҡалаһына «Салауат»тың яңы легионеры Маркус Гранлунд килә. Роспотребнадзор талаптарына ярашлы, уларҙың бөтәһе лә коронавирусҡа тикшереү үтергә тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө хоккей клубының тәүге күнекмәһе 13 июлгә билдәләнгән.
Фото: «Салауат Юлаев» хоккей клубы
Читайте нас