Тәүәккәллек – ярты бәхет, тип халыҡ белмәй әйтмәгән: ҡулынан тау аҡтарырлыҡ эш килеп тә, тәүәккәллеге самалы булыу сәбәпле, яртылыҡ юлда туҡталып ҡалғандар, йә теге-йәки был эшкә бөтөнләй тотонорға баҙнат итмәгәндәр арабыҙҙа аҙмы ни...
Район хакимиәтендә уҙған “инвестиция сәғәте”нә килгән Анна һәм Александр Бородиндарҙың иһә артыҡ тәүәккәл булыуы ярылып ята. “Эко ауыл” төҙөргә хыялланған пар пландарының барып сығыуына ихлас ышанып, маҡсаттарына бик ҡыйыу тотонған.
Уҙған йылдың йәйендә үк Бородиндар “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашып, Түбәнге Бикҡужа ауылында еләк-емеш, йәшелсә һаҡлау һәм уларҙы эшкәртеү цехы асыу ниәттәрен еткергәйне инде.
- Быға тиклем еләк-емеште беҙ шунда уҡ һатыу менән шөғөлләнһәк, крәҫтиән (фермер) хужалығы булараҡ теркәлеп, ҡуртымға бина, кәрәкле ҡорамалдар һатып алып, йәй йыйған еләк-емеште туңдырып, эшкәртеп, үҙебеҙ өсөн дә, еләк-емеш һәм йәшелсә һатып алған ауыл халҡы өсөн дә отошлораҡ хаҡҡа һатырға мөмкинлек булыр ине. Продукцияны һатыу менән проблемалар юҡ, күрше-тирәләге ҡалалар, унда урынлашҡан магазиндар, кафе-ресторандар менән эшләйбеҙ. Шулай беҙгә Йомағужа, Нөгөш һыуһаҡлағыстары яҡын, туристик базалар менән хеҙмәттәшлек итергә була. Беҙ уларҙы үҙебеҙҙә үҫтерелгән экологик яҡтан таҙа продукттар менән тәьмин итә алабыҙ, - тигәйне ул саҡта Үрге йәки Түбәнге Бикҡужа ауылында буш бинаны ҡуртымға алып, йәшелсәләрҙе һәм еләк-емеште эшкәртеү өсөн цех алырға теләүсе Анна Евгеньевна.
Яңынан-яңы идеялар менән янған Бородиндар уйлаған ниәттәрен тормошҡа ашырған: ҡуртымға бина алғандар, ауыл хужалығы кооперативы ойошторғандар, йәшелсә-емеште, дарыу үләндәрен киптереү, туңдырыу өсөн ҡорамалдар, үҫентеләр һатып алғандар, халыҡтан төрлө шифалы үләндәр һатып алып, уны сауҙаға сығарғандар һ.б. Өлгәшелгәндәр уларға дәрт өҫтәгән, быйыл улар эштәрен тағы ла киңәйтмәксе. Еләк-емеш питомнигы булдырғанда, ял итеүселәр һатып та, үҙҙәре йыйып та ала алыр ине, тиҙәр. Дөйә, ҡуян кеүек хайуандар алырға ла уйҙары ҙур, быныһы иһә балалары менән ял итергә килеүселәрҙе ҡыҙыҡтырасаҡ. Төп хыялдары – эко-ауылды төҙөкләндереү.
Бородиндар ниәттәрен 2030 йылға тиклем тормошҡа ашырырға һәм был маҡсатҡа 33 миллион үҙ аҡсаларын һалырға, инвесторҙарҙан 120 миллион һум йәлеп итергә, 50 кешегә эш урыны булдырырға уйлай. Әйткәндәй, үҙҙәренең проекттарын улар республика кимәлендә сығарған – БР Туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетында хуплау тапҡандар. Улар өсөн әлегә мөһим мәсьәлә – эшмәкәрлектәрен киңерәк йәйелдереү өсөн 50 гектар ер алыу.
Беҙҙең бурыс – ял итеүселәрҙең ялын күңелле итеп ойоштороу. Ауыл кешеләрен дә йәлеп итер инек, буш ятҡан баҡсалар ҙа булмаҫ ине. Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләгән умартасылар ҙа бар. Стәрлетамаҡ ҡалаһының билдәле бер ҡунаҡханаһы беҙҙең сәйҙәрҙе бик оҡшатты, улар хатта сәй церемонияһы ойошторорға уйлай, - ти Анна Бородина.
Әйткәндәй, Бородиндар алырға теләгән ергә башҡа дәғүә итеүселәр ҙә бар.