Мораҙым
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
21 Февраль 2020, 16:50

"Мораҙым тарлауығы"нда ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Беҙҙәге тәбиғәт бик күптәрҙе үҙенә ылыҡтыра һәм йылдан-йыл туристар ағымы арта бара. “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркына алдағы йылдарҙа ун һигеҙешәр мең кеше килһә, уҙған йылда был һан егерме меңгә барып еткән. Туристар ағымы артыуы бер яҡтан яҡшы, әммә икенсе яҡтан шундай мәсьәлә тыуа: тимәк, инфраструктураны яҡшыртырға, үҫтерергә кәрәк. Район хакимиәтендә уҙған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” нәҡ ошо мәсьәләгә арналды ла инде. “Мораҙым тарлауығы”нда ниндәй ҙур үҙгәрештәр көтөлә - был хаҡта тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Уҙған йылдың 9 майында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров районға эш сәфәре барышында “Мораҙым тарлауығы”тәбиғәт паркында булып, уникаль рекреацион зонаны үҫтереү перспективаларын барлағайны. Йәнә ул Өфөлә уҙған кәңәшмәлә туризм тармағын үҫтереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, “... Беҙҙәге кеүек юғары потенциалды файҙаланмау гонаһ булыр” тигәйне.
Ысынлап та, беҙҙәге тәбиғәт бик күптәрҙе үҙенә ылыҡтыра һәм йылдан-йыл туристар ағымы арта бара. “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркына алдағы йылдарҙа ун һигеҙешәр мең кеше килһә, уҙған йылда был һан егерме меңгә барып еткән. Туристар ағымы артыуы бер яҡтан яҡшы, әммә икенсе яҡтан шундай мәсьәлә тыуа: тимәк, инфраструктураны яҡшыртырға, үҫтерергә кәрәк. Район хакимиәтендә уҙған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” нәҡ ошо мәсьәләгә арналды ла инде.
“Мораҙым тарлауығы”нда ниндәй ҙур үҙгәрештәр көтөлә - был хаҡта тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: