Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
21 Февраль 2020, 13:30

Көрәш майҙаны - батырҙар өсөн

Кисә балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыу айҡанлы халҡыбыҙҙың милли спорт төрө – көрәш буйынса “Ҡыпсаҡ батыр” асыҡ турниры үтте. Бында Өфө һәм Күмертау ҡалалары, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура райондарынан 60-тан артыҡ үҫмер ҡатнашты.

Кисә балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыу айҡанлы халҡыбыҙҙың милли спорт төрө – көрәш буйынса “Ҡыпсаҡ батыр” асыҡ турниры үтте. Бында Өфө һәм Күмертау ҡалалары, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура райондарынан 60-тан артыҡ үҫмер ҡатнашты.
Ярыш көсөргәнешле, сәмле барҙы. Һәр кем лайыҡлы 1-се урын өсөн йәнен аямайса көрәште. Бына, Өфө ҡунаҡтары – бер туған Сыңғыҙ менән Алсын Солтанморатовтар ҙа мотлаҡ еңеү артынан килгән, беренсеһе 2-се, икенсеһе 3-сө урын яуланы.
Уларҙың тренеры, Башҡортостан буйынса 17 йыл баш тренер һәм 10 йыл БР федерацияһының башҡарма директоры вазифаһын атҡарған спорт мастеры, РФ һәм БР физик культура һәм спорттың атҡаҙанған хеҙмәткәре, хәҙер баш ҡалалағы Рәми Ғарипов исемендәге гимназияның өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләгән Йәлил Йосопов:
- Күгәрсен беҙҙе йылы ҡабул итте. Әммә беренселекте яулай алмағанға егеттәремдең бер аҙ кәйефе төштө. Бәйгегә көрәшселәрҙең ни тиклем ныҡлы әҙерлек менән килгәндәрен күрҙеләр, был иһә уларға артабан нығыраҡ шөғөлләнергә, көс тупларға стимул булып торасаҡ. Көрәш майҙанында еңеү яулар өсөн үҙ өҫтөңдә даими эшләү, тәжрибә туплау кәрәк, минең көрәшселәрем икенсе йыл ғына шөғөлләнә, бер аҙ тәжрибә туплағас юғарыраҡ ҡаҙаныштарға ирешәсәктәренә өмөтөм ҙур, - тип, дөйөм тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Эйе, һәр бәйгенең еңеүселәре, еңелеүселәре була. Ситтән килгән ҡунаҡтар алдында беҙҙең күгәрсендәр һис һынатманы. Һөҙөмтәлә абсолют чемпион титулын Күгәрсен урта мәктәбе уҡыусыһы, Етебулаҡ ауылы егете Данил Ильясов яуланы (тренеры Айрат Шәрипов), көрәшселәр өсөн иң юғары награда - ҡара билбау Мәҡсүт урта мәктәбе уҡыусыһы, 6 йәшенән көрәш менән шөғөлләнгән Ерекле ауылы егете Вадим Рафиҡовҡа бирелде (тренеры Артур Мәзитов). Ә Рәил Ваһапов урындағы ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Искәндәрованың махсус призын алыу бәхетенә иреште. Дөйөм мәрәйҙәр иҫәбе буйынса Күгәрсен командаһы – 1-се, Ейәнсура – 2-се, Көйөргәҙе – 3-сө урынға сыҡты.
Читайте нас: