Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
17 Ғинуар 2020, 12:10

Ялдары күңелле лә, файҙалы ла уҙған

Яңы йылдан һуң иң таралған һорау шундай тиҙәр: “Каникулды нисек үткәрҙең?” Күптән күрмәгән танышым менән осрашҡас, мин дә ошо һорауҙы бирәм:- 9 көн буйына ҡайҙа ял иттең, ҡайһы диңгеҙгә, ҡайһы утрауға барҙың?

Яңы йылдан һуң иң таралған һорау шундай тиҙәр: “Каникулды нисек үткәрҙең?” Күптән күрмәгән танышым менән осрашҡас, мин дә ошо һорауҙы бирәм:
- 9 көн буйына ҡайҙа ял иттең, ҡайһы диңгеҙгә, ҡайһы утрауға барҙың?
Минең шаяртыу ҡатыш һорауыма ул да йылмайып яуаплай:
- Быға тиклем торған диңгеҙ минһеҙ ҙә торор. Ауылда яттым, спортзалдан сыҡманым. Күрмәйһеңме ни, көс-ҡеүәтем ташып тора.
- Аһ-аһ, Сәйетҡолда ниндәй спортзал бар ул? – Был һорауым инде аптырау ҡатыш яңғырай.
Бар икән шул спорт залы – Сәйетҡол ауылына әллә ҡайҙан йәм биреп ултырған мәктәптә урынлашҡан ул. Ауыл йәштәренең яратҡан ял итеү урыны оҙайлы ялдарҙа геү килеп торған – ҡаланан, тирә-яҡ ауылдарҙан ҡунаҡҡа ҡайтҡан (килгән) йәштәр көн һайын волейбол, теннис уйнаған. Үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнамағандар – күрше Нуҡай, Исем ауылдарының волейбол командалары менән осрашып, үҙ-ара көстәрен һынашҡандар.
Афарин, йәштәр, күңелле лә, файҙалы ла үткән ялдарығыҙ!
Читайте нас: