Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
13 Ғинуар 2020, 18:20

Тыуған яғын бер ҙә онотмай

Халҡыбыҙ йолаларына тоғро ҡалып, оҙайлы ҡышҡы каникулдар ваҡытында уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың, ғөмүмән ауылдаштарҙың ялын файҙалы үткәреү маҡсатында йыл һайын Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ, һүҙ менән дә, эш менән дә яҡташтарына ярҙам итеп торған Әхмәҙи Ибраһимов “Яҡташтар” кубогына волейбол һәм шахмат ярыштары ойоштора. Быйыл унынсы тапҡыр үткәрелгән был сараны спорт һөйөүселәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды, унда Ишбирҙе, Нуҡай һәм Күгәрсен ауыл биләмәләренән йәштәр һәм ветерандар командалары ҡатнашты.

Сапыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбе 1996 йылда уҡыусылар өсөн үҙ ишектәрен аса. Белем биреү усағы асылған көндән алып спорт залына ауыл халҡы ғына түгел, ә Ҡаранда йәшәүселәр ҙә әүҙем йөрөй башлай. Спорт уйындары менән уйнарға теләүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары өсөн айырым көндәр билдәләнә.
Йылдан-йыл ауылда йәштәр кәмей бара, әммә шуға ҡарамаҫтан 20 йылдан ашыу беҙҙең спорт залы бер ҙә буш тормай, төрлө саралар үтеп тора. Уларҙың береһе - халҡыбыҙ йолаларына тоғро ҡалып, оҙайлы ҡышҡы каникулдар ваҡытында уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың, ғөмүмән ауылдаштарҙың ялын файҙалы үткәреү маҡсатында йыл һайын Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ, һүҙ менән дә, эш менән дә яташтарына ярҙам итеп торған Әхмәҙи Ибраһимов ойошторған “Яҡташтар” кубогына волейбол һәм шахмат ярыштары.
Быйыл унынсы тапҡыр үткәрелгән был сараны спорт һөйөүселәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды, унда Ишбирҙе, Нуҡай һәм Күгәрсен ауыл биләмәләренән йәштәр һәм ветерандар командалары ҡатнашты.
Сараны район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев асты, йыйылыусыларҙы байрамдар менән ҡотланы, изге теләктәрен юлланы. Ҡотлауҙарға Әхмәҙи Ибраһимов та ҡушылды, барыһына ла уңыштар теләне. Ҡаран ауыл клубы мөдире Димитрий Поповтың музыкаль номеры бөтәһенә лә дәрт өҫтәне.
Шулай итеп, көсөргәнешле ярышта кубокты Ишбирҙе ауыл биләмәһенең йәштәр командаһы яуланы, икенсе урында – нуҡайҙар, өсөнсөлә – күгәрсендәр. Шахмат уйындарында Нуҡай һәм Ишбирҙе ауыл биләмәләре вәкилдәренә етеүселәр булманы.
Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Әхмәҙи Таһир улы Ибраһимов әҙерләгән бүләктәр һәм Яңы йыл күстәнәстәре тапшырылды. Ишбирҙе ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наил Ибраһимов ярыштарҙы ойошторорға ярҙам итеүсе район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлеге начальнигы Илнур Сәйфуллинға, мәктәп коллективына рәхмәттәрен белдерҙе һәм йылдан-йыл сарала ҡатнашыусыларҙың һаны артырына ышанысын белдерҙе.

Ирина ХӘСӘНОВА, Ишбирҙе ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе.

Читайте нас: