Районда төрлө спорт һәм мәҙәни саралары йыш үтеп тора. Мәҫәлән, Сапыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә йыл да ҡышҡы каникулдар мәлендә ир-егеттәр командалары араһында волейбол буйынса ярыш ойошторола. Уның бағыусыһы - ошо ауылда тыуып үҫкән Әхмәҙи Ибраһимов.
Уйында Ишбирҙе, Нуҡай, Күгәрсен ауыл биләмәләрен килгән командалар ҡатнашты. Осрашыуҙар йылы атмосферала үтте. Аҙаҡ еңеүселәр маҡтау грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуанды.