Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
27 Август 2019, 11:51

Күгәрсен районы егете Динис Ҡорбанаев — «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының Х этабы еңеүсеһе

«Аҡбузат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының Х этабы уҙҙы. Унда бәйгенең иң йәш ҡатнашыусыһы — Күгәрсен районынан Динис Ҡорбанаев еңеү яуланы. Йәш жокей республиканың Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Күгәрсен, Миәкә, Стәрлебаш райондары вәкилдәре менән ярышты. ТУЛЫРАҠ-БЕҘҘЕҢ САЙТТА:

«Аҡбузат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының Х этабы уҙҙы. Унда бәйгенең иң йәш ҡатнашыусыһы — Күгәрсен районынан Динис Ҡорбанаев еңеү яуланы. Йәш жокей республиканың Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Күгәрсен, Миәкә, Стәрлебаш райондары вәкилдәре менән ярышты.
Йола буйынса, ипподром холында ойошторолған йәрминкәлә тамашасылар ҡатнашыусы райондарҙың тауар етештереүселәре продукцияһы менән таныша алды. Һәр ваҡыттағыса, башҡорт балын һәм милли эсемлек – ҡымыҙҙы тәмләп ҡарарға теләүселәр ҙә, һатып алыусылар ҙа күп ине.
«Башинформ»ға Өфө мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ипподромда ошо көндәрҙә республикабыҙҙың баш ҡалаһында барған «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале уңайынан өҫтәмә урау ойошторолдо. Унда Ксения Морозова еңеү яуланы. Ул билдәле төрөк актеры Сәлим Байраҡтар ҡулынан кубок алды.
Сәлим Байраҡтар әйтеүенсә, ул әле бер ҡайҙа ла Башҡортостандағы кеүек тәмле балдан ауыҙ итмәгән, Өфөгә килеүенә бик шат, бында күргәндәрҙең барыһына ла һоҡланғыс тигән бер һүҙ менән баһа бирергә мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының финал ярыштары 2019 йылдың 11 октябрендә уҙа.

Әлиә ӘБДРӘХИМОВА фотоһы.

Читайте нас: