Объекттың нигеҙ ташын бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров спортсылар – Дәүләт Думаһы депутаты һәм өс тапҡыр олимпия уйындары чемпионы Александр Карелин, Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили менән бергә һалды.
Баш ҡаланың «Глумилин» микрорайонында ҡалҡып сығасаҡ спорт көрәше үҙәге 29 мең квадрат метрҙы биләй. Халыҡ-ара кимәлдәге спорт объекты 3 мең 400 кешегә иҫәпләнгән уникаль спорт-концерт залын, көрәшселәр өсөн тәғәйенләгән 19 келәмде, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбен, сәләмәтлекте нығытыу учреждениеһын һәм башҡа уңайлыҡтарҙы үҙ эсенә аласаҡ.
Республика етәксеһе белдереүенсә, проект йыл дауамында тиерлек әҙерләнгән, сөнки ул донъяуи талаптарға яуап бирергә һәм халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итергә тейеш. Спорт көрәше үҙәген төҙөү минең күптәнге хыялым, ул ошо спорт төрөнә һәм тренерҙарға ихтирамым сағылышы. Был объект ҙур ихтыяж менән файҙаланылыр тип ышанам, тине Радий Фәрит улы.
Үҙәктең проекты әле дәүләт экспертизаһын үтеүгә әҙерләнә, объекттың дөйөм хаҡы 62 миллион һум, аҡсаның 50 миллионын социаль маҡсатлы программалар фонды аша «Башнефть» компанияһы бүлә. Төҙөлөш киләһе йыл башланырға тейеш, уны ике йылда сафҡа индереү ҡаралған.
Бер ҡыйыҡ аҫтында самбо, дзюдо, грек-рим, ирекле һәм милли көрәш түңәрәктәре урын аласаҡ. Республика етәксеһе Башҡортостандың 2021 йылда үҫмерҙәр араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатын үткәреүгә дәғүә итеүен дә билдәләне. Яңы объект төҙөлөүе иһә был спорт төрө менән ҡыҙыҡһыныуҙы бермә-бер арттырыр тип көтөлә.
Александр Карелин, Дәүләт Думаһы депутаты, өс тапҡыр олимпия уйындары чемпионы: “Башҡортостан өсөн көрәш тарихи мәғәнәгә эйә, шуға күрә бында тағы бер спорт символы барлыҡҡа килеүенә шатмын. Был үҙәк берҙән спорт көрәшенең мөмкинлектәрен киңәйтә, икенсенән, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Тәүҙән үк уға бөйөк тренер Владимир Бормандың исемен бирергә хәл итеү тренерҙарға, остаздарға ихтирам тәрбиәләй, данлыҡлы үткәнебеҙҙе онотмауыбыҙҙы иҫбатлай”.