Мораҡ, Йомағужа, Исем һәм Ҡалдар ауылдарында урынлашҡан спорт залдарында волейбол буйынса район-ара ярыштар үтте, уларҙа Күгәрсен, Ейәнсура, Федоровка райондарынан 30 команда ҡатнашты. Турнир ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр һәм ҡатнаш командалар араһында барҙы.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында район үҙәгенең “Дуҫлыҡ” командаһына етеүсе булманы, улар беренсе урынды яуланы. Ейәнсуранан килгән “Фаворит” икенсе урында булһа, Йомағужанан “Релакс” командаһы өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде. “Дуҫлыҡ”тан Наталья Краснощекова менән Альбина Аҡсурина һәйбәт уйын күрһәтте.
Ир-егеттәр араһында ярыш һәр саҡ көсөргәнешле үтә. Был юлы ла уйын ҡыҙыу барҙы, айырыуса финалда осрашҡан командалар араһында, унда ҡаланан килгән уйынсылар менән мораҡтар осрашты. Һөҙөмтәлә Күмертауҙан “Энергетик” чемпион исемен алды, икенсе урында – Мораҡтың “Һаулыҡ” командаһы, өсөнсөлә – район үҙәгенән “Олимп”. “Иң яҡшы уйынсылар” булараҡ Кирилл Дзюбо, Илназ Юлдашев, Дмитрий Майданов («Олимп»), Сергей Мамыкин («Һаулыҡ»), Юрий Санкин һәм Батыр Ҡыпшаҡбаевтар («Энергетик») билдәләнде.
Ҡатнаш командалар араһында Мораҡ үҙәк район дауаханаһы, Мораҡ 1-се урта мәктәбе һәм нефть ҡыуҙырыу станцияһы уйынсылары яҡшы уйын күрһәтте һәм призлы урындарҙы үҙ-ара бүлеште. Алтын миҙалды Мораҡ үҙәк район дауаханаһы яуланы, нефтселәр – көмөш, 1-се мәктәптең педагогик коллективы бронза алды. Еңеүгә ҙур өлөштө Әхмәт Кусаков (нефть ҡыуҙырыу станцияһы), Олег Зубавленко (Мораҡ үҙәк район дауаханаһы) һәм Сергей Максимов (Мораҡ 1-се урта мәктәбе) индерҙе.
Спорт мәктәптәре араһында ла беренселек үтте. Беҙҙең балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе коллективы бөтә командаларҙы ла еңеп, беренсе урын алды.
Еңеүселәргә һәм призерҙарға район хакимиәтенең грамоталары, миҙалдары һәм кубоктары тапшырылды, ә яҡшы һөҙөмтә күрһәткән уйынсылар район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлеге тарафынна билдәләнде.