Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
13 Март 2019, 19:21

Уҡытыусылар араһында иң-иңдәре кем булды?

2 мартта мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында үткән “Һаулыҡ” спортакиадаһының йомғаҡлау өлөшө – йөҙөү һәм волейбол буйынса ярыштар үтте. Уларҙа 16 белем биреү ойошмаһынан 154 кеше ҡатнашты.

2 мартта мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында үткән “Һаулыҡ” спортакиадаһының йомғаҡлау өлөшө – йөҙөү һәм волейбол буйынса ярыштар үтте. Уларҙа 16 белем биреү ойошмаһынан 154 кеше ҡатнашты.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында йөҙөү буйынса беренсе урынды Башҡорт гимназияһынан Светлана Табулдина яуланы, Мораҡ 1-се урта мәктәбенән Инна Байғүбәкова икенсе урында булһа, Ҡалдар урта мәктәбенән Гөлназ Ғилманова өсөнсө урынды алды.
Ир-егеттәр араһында иң яҡшы һөҙөмтәне йөҙөү буйынса район чемпионы Сергей Кошкин күрһәтте, “көмөш” - Теләүембәт ауылынан Руслан Фазлаевта, “бронза” - З.Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбенән Илдар Сыңғыҙовта.
Командалар араһында урындар түбәндәгесә бүленде: беренсе урында – Теләүембәт урта мәктәбе, икенселә – Яңы Хвалын, өсөнсөлә – Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡытыусылары.

Шамил ХӘСӘНОВ,

мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район ойошмаһы рәйесе.
Читайте нас: