Мораҡ ауылында волейбол буйынса ир-егеттәр командалары араһында зональ ярыштар үтте. Республика кимәлендә үтәсәк ярыштарҙың финалына үтер өсөн Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка райондарынан килгән спортсылар ярышты. Көсөргәнешле барған ярышта беҙҙең спортсылар еңеү яулап, федоровкалар менән бергә республика ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғын алды.
Илнур СӘЙФУЛЛИН, район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса, спорт һәм бәлиғ булмағандар бүлеге начальнигы.