Күгәрсен районы халҡы спортты үҙ итә. Саңғы ярышы, ҡышҡы йөҙөү, балалар араһында "Күңелле старттар" булһынмы, бәйге ойоштороласағын белгәс тә ҡатнашыусылар дәррәү күтәреп ала. Төбәктең Тәүәкән ауылында спорт ярышы үтте. Күләмле бәйгегә төбәктең төрлө ауылдарында йәшәүселәр килде. Берәүҙәр үҙҙәрен саңғыла, икенселәр йөҙөүҙә, өсөнсөләре волейбол уйынында һынап ҡараны.
Сәриә Ғәлиева, ярышта ҡатнашыусы: “Мин саңғыла бала саҡтан йөрөйөм. Студент саҡтарҙа ла ярышта ҡатнаштым. Әле лә һәр ваҡыт йөрөргә тырышам. Үҙемдең саңғым бар. Шуны кейеп алам да, сығып китәм, бына шулай рәхәтләнеп ял итәм”.
Нәркәс Ибраһимова, ярышта ҡатнашыусы: “Көйөргәҙе районынан күсеп килдем. Күгәрсен районында йәшәгәнгә биш ай. Спорт комплексына йөрөй башланым, ярышта ҡатнашам”.
Йомабай Хайсаров, ярышта ҡатнашыусы: “Саңғы ярыштары йыл һайын уҙғарылып тора. Ҡайһы бер йылда беренсе, йә икенсе урын ала торғайным. Быйыл тырыштым беренселекте яуланым. Спорткомплекста саңғы менән ярышыу өсөн бөтә шарттар бар. Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух, тип көн дә йөрөйөм”.
Волейбол ярышына райондың өс ауылы командаһы йыйылғайны. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Теләүембәт егеттәренә етеүсе булманы. Еңеүселәр маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнде.