Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
25 Ғинуар 2019, 19:22

Лайыҡлы еңеү

Мораҡ ауылының спорт залдарында Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының XXI спартакиадаһы зачетына уҡыусылар араһында волейбол буйынса район ярыштары үтте. Унда район мәктәптәренән 24 комада ҡатнашты, уларҙың һәр береһе ярышҡа әҙерләнгән ине, шуға күрә кемдең еңерен алдан күҙаллауы ауыр булды.

Мораҡ ауылының спорт залдарында Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының XXI спартакиадаһы зачетына уҡыусылар араһында волейбол буйынса район ярыштары үтте. Унда район мәктәптәренән 24 комада ҡатнашты, уларҙың һәр береһе ярышҡа әҙерләнгән ине, шуға күрә кемдең еңерен алдан күҙаллауы ауыр булды.
Ҡыҙҙар араһында финалға сыҡҡандар балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә йыйылды. Быйылғы ярыштарҙа Волостновка мәктәбе уҡыусылары яҡшы уйын күрһәтте һәм өсөнсө урынға сыҡты. Беренсе урын өсөн йомағужа һәм исемдәр көрәште. Уйын аҙаҡҡы мәрәйҙәргә тиклем бер тигеҙ барҙы, әммә ныҡышмалыҡ, техника буйынса саҡ өҫтөнөрәк булыу Йомағужа 2-се урта мәктәбе ҡыҙҙарына алдынғылыҡҡа сығырға ярҙам итте (һүрәттә).

Район мәҙәниәт һарайы спорт залында егеттәр уйнаны. Һөҙөмтәлә Мәҡсүт урта мәктәбе еңеүсе исемен яуланы. Икенсе урында – Мораҡ 1-се урта мәктәбе, ә өсөнсө баҫҡыста – Башҡорт гимназияһы.

Район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов спорт байрамын йомғаҡлап, үҫеп килеүсе йәш быуынға артабан да шулай әүҙем булыуҙарын теләне, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, яҡшы уҡыу һәм уңыштарға өлгәшеү – алдығыҙға ҡуйылған маҡсаттарға юл ярғанда бик кәрәгер, тине һәм еңеүселәргә почет грамоталары, командаларға миҙалдар тапшырҙы.

31 ғинуарҙа Көйөргәҙе районының Ермолаево ауылында Башҡортостан Республикаһы спартакиадаһы зачетына зональ ярыштар үтә, унда беҙҙең еңеүселәр үҙ көстәрен тағы ла бер тапҡыр һынап ҡараясаҡ.

***
Тәүәкән ауылындағы “Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 2005-2007 йылғы балалар араһында Башҡортостан Республикаһы Чемпионатының 6-сы туры үтте. Беҙҙең команда ағзалары - Динис Солтанов менән Морат Вәлитов ҡаршы яҡ командаға иң күп голл индереүселәр рәтендә булды. Әлфир Шәһәров үҙ ҡапҡаһына бер голл да индермәне.

Киләһе уйын был аҙнала буласаҡ. Беҙҙең команда турнир таблицаһында 18 мәрәй менән беренсе урында тора. Алдағы уйындарҙа ла уларға уңыштар теләйек!

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

Автор һәм Р. ӘЛИМҒУЖИН фотолары.

Читайте нас: