Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
3 Декабрь 2018, 16:29

Теләүембәттә – яңы хоккей майҙансығы

Тормошобоҙға ниндәй генә яңылыҡ индерелмәһен, татыулыҡ, берҙәмлек, тырышлыҡ йәшәүҙең төп тотҡаһы булып ҡала килә. Элек-электән ошондай күркәм сифаттары менән үҙҙәренең төбәген данлаған Теләүембәт халҡы ауылдарының киләсәген күмәкләп хәстәрләй. Уҙған шәмбелә бында яңы хоккей ҡумтаһы асылыуы ла — быға аныҡ дәлил.

Тормошобоҙға ниндәй генә яңылыҡ индерелмәһен, татыулыҡ, берҙәмлек, тырышлыҡ йәшәүҙең төп тотҡаһы булып ҡала килә. Элек-электән ошондай күркәм сифаттары менән үҙҙәренең төбәген данлаған Теләүембәт халҡы ауылдарының киләсәген күмәкләп хәстәрләй. Уҙған шәмбелә бында яңы хоккей ҡумтаһы асылыуы ла — быға аныҡ дәлил.



Теләүембәт ауыл биләмәһендә сәләмәт йәшәү рәүешенә, физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур иғтибар бирелә. Улар айырыуса хоккей ярата, хатта сит райондарға сығып, иптәштәрсә осрашыуҙар ойоштора. Бер нисә йыл элек теләүембәттәр хөрмәтле яҡташтары – “Ҡыҙыл байраҡ” колхозының элекке рәйесе Рамаҙан Әбдрәхимов иҫтәлегенә хоккей турниры уҙғарыу тәҡдиме менән сыҡҡас, уларҙы ауыл биләмәһе хакимиәте лә, Рамаҙан Йомағужа улының балалары – Рәиф менән Рәил дә хупланы һәм сара үткәрелә башланы.


- Быйылғы хоккей турниры бөтә ауылдаштар, яҡташтар, айырыуса балалар өсөн икеләтә ҡыуаныслы һәм шатлыҡлы булды, сөнки быға тиклем булған иҫке ҡумта урынына Рамаҙан Йомағужа улының улдары Рәиф менән Рәил стандарттарға яраҡлаштырылған заманса хоккей ҡумтаһын төҙөү идеяһын хуплап сыҡты һәм яңы майҙансыҡ төҙөү сығымдарын тулыһынса үҙ өҫтөнә алды, - ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөбәир Әбдрәхимов. – Хоккей ҡумтаһы хәҙер бөтә талаптарға яуап бирә, борттары стеклопластик материалдан эшләнгән, оҙонлоғо — 56, киңлеге 28 метр тәшкил итә, яҡтылыҡ булдырылған. Үҫеп килеүсе йәш быуынды спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу маҡсатында мәктәптә хоккей түңәрәге лә эш башланы.


Хоккей майҙансығын асыу тантана­һына, теләүембәттәрҙең шатлығын уртаҡлашырға байтаҡ ҡунаҡтар ҙа - район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, БР премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимов, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы директоры урынбаҫары Рәил Әбдрәхимов, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтар ҙа килгәйне. Ғайса Ғилметдин улы менән Рәиф Рамаҙан улы сараның тантаналы өлөшөндә сығыш яһап, турнирҙа ҡатнашыусыларға уңыштар, ә йәш спортсыларға юғары һөҙөмтәләргә ирешеүҙәрен теләне. Район башлығы балаларға 20 пар коньки бүләк итте, был, әлбиттә, үҫеп килеүсе быуынға спорт менән шөғөлләнеүгә тағы ла бер этәргес булыр.



Ҡунаҡтар тантаналы шарттарҙа ҡыҙыл таҫманы киҫкәс, артабан сәмле лә, көсөргәнешле лә ярышҡа старт бирелде. Был юлы Теләүембәткә Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан уйынсылар йыйылды. Командалар бер-береһен һынап торманы, шунда уҡ ҡаршы яҡ ҡапҡаға голдар сәпәй башланы.

Көйәрмәндәр шатлыҡлы мәлдәрҙе күп кисерҙе. Һөҙөмтәлә майҙан хужалары -теләүембәттәр бөтә командаларҙы ла еңеп, төп приз - күсеп килеүсе кубокты яуланы. Бөрйәндән килгән команда көсөргәнешле ярышта икенсе урынды яулаһа, беҙҙең күршеләр – ейәнсуралар өсөнсө баҫҡыста булды.

Еңеүсе яулаған командалар кубоктар, сәкәндәр, термостар, уйынсылар миҙалдар, иң яҡшылары бынан тыш иҫтәлекле статуэткалар менән бүләкләнде.

Турнир юғары кимәлдә үтте. Ә яңы хоккей ҡумтаһы өсөн балаларҙың шатлығы сикһеҙ булды. Тимәк, ҡыш көндәре был яҡтарҙа күңелле буласаҡ...

Розалия ИСҠУЖИНА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: