Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
5 Сентябрь 2018, 16:44

Хоккей трансляциялары хәҙер башҡорт телендә яңғырай

2 сентябрҙә "Салауат Юлаев" командаһының "Динамо" менән осрашыуы Башҡортостан телевидениеһы өсөн тарихи ваҡиғаға әйләнде — матчҡа тәүге тапҡыр туған телдә аңлатма бирелде. Һайлап алыу турҙарын үткән ике егет тура эфирҙа уңышлы сығыш яһап, комментатор вазифаларына тәғәйенләнде.

2 сентябрҙә "Салауат Юлаев" командаһының "Динамо" менән осрашыуы Башҡортостан телевидениеһы өсөн тарихи ваҡиғаға әйләнде — матчҡа тәүге тапҡыр туған телдә аңлатма бирелде. Һайлап алыу турҙарын үткән ике егет тура эфирҙа уңышлы сығыш яһап, комментатор вазифаларына тәғәйенләнде.


"Салауат Юлаев" командаһының "Динамо" менән Мәскәүҙәге көсөргәнешле уйыны "Ҡурай" телеканалында башҡорт телендә алып барыласаҡ тура трансляцияларға старт бирҙе. Таныш булығыҙ: микрофон алдында Фәрүәз Рафиҡов менән Рәмил Урманшин.

Үҙем Салауат районынан. Атайым гел ҡышҡы каникулдарҙа "Салауат Юлаев" командаһы матчтарына йөрөтә торғайны. Шуның өсөн хоккейҙы ныҡ яратам. Тарихын беләм. Бик ныҡ әҙерләнеп килдек был матчҡа.

Рәмил Урманшин, спорт комментаторы

Рәмил һөнәре буйынса юрист булһа, Фәрүәз иҡтисадсы. Хоккейға һөйөүҙәре уларҙы Телеүҙәккә алып килә. Комментаторҙар бәйгеһендә йөҙгә яҡын кеше ҡатнаша. Һайлап алыу турҙарын уңышлы үткән егеттәр тура эфирҙа ла һынтаманы.
Фәрүәз Рафиҡов, спорт комментаторы: Беренсе осорҙа тирләп-бешеп алғайныҡ, артабан уйынға инеп киттек. Быйыл 62 уйын көтөлә. Яңы уйынсылар килде, көслөрәктәр. Беҙҙе ялҡынлы, хәтәр хоккей миҙгеле көтә.
"Ҡурай" йыр-моң телеканалы хәҙер тамашасыларҙы республиканың бай мәҙәни тормошонан тыш, хоккей матчтары менән дә таныштыра. Берҙәм команда алдында ҙур бурыстар ҡуйылған, тура эфирҙа уйынды алып барыу үҙенә күрә яуаплылыҡ та өҫтәй.
Башҡорт телендә комментатор табыу ауыр, ҡатмарлы булды. Беренсенән, телде матур итеп еткерә белергә кәрәк, халыҡсан итеп. Икенсенән, хоккейҙы аңларға, белергә кәрәк.
Рита Өмөтбаева, "Ҡурай" йыр-моң телеканалы етәксеһе

Азамат Моратовҡа тиклем йырағыраҡ, шулай ҙа егеттәр хоккей өлкәһендәге белемдәрен камиллаштырыу, тел байлығын нығытыу өҫтөндә даими эшләй. Халыҡ фекеренә килгәндә, социаль селтәрҙәрҙә телеканал эшмәкәрлегенә индерелгән яңылыҡ башлыса ыңғай ҡабул ителде. Башҡортса хоккей өсөн янып-көйөүселәр байтаҡ.
Тура эфирҙа алып барыласаҡ трансляцияларҙы тағы ла байытырға кәрәк тигән ҡараштар, тәҡдимдәр ҙә бар.
–Мотлаҡ ҡыҫҡа сюжеттар кәрәк. Беренсе уйынға анализ, дөйөм чемпионатҡа күҙәтеү кәрәктер, тип билдәләй продюсер Заһир Ҡотлосурин.
"Башҡортостан" телерадиокомпанияһының яңы проекты башҡорт телен, хоккейҙы пропагандалауға йүнәлтелгән. Был спорт төрө терминологияһы туған телдә нисек яңғырай?! Тура эфир үҙенә күрә тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла.
Иртәгә "Салауат Юлаев" хоккей командаһы Череповец ҡалаһында "Северсталь" менән осраша. Тағы ла көсөргәнешле уйын көтөлә. Башҡорт комментаторҙары иһә ҡыҙыу һәм ҡыйыу эфир вәғәҙәләй.
Читайте нас: