Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
4 Май 2018, 00:33

«Салауат Юлаев» хоккей клубы Юғары хоккей лигаһы һаҡсылары араһында иң яҡшы бомбардир менән килешеү төҙөнө

«Салауат Юлаев» хоккей клубы Континенталь хоккей лигаһының 10-сы миҙгелен рәсми рәүештә тамамлағандан һуң әүҙем трансфер сәйәсәтен алып бара. Ошо көндәрҙә Өфө командаһы Юғары хоккей лигаһы һаҡсылары араһында иң яҡшы бомбардир Илья Назаревич менән контрактҡа ҡул ҡуйылыуы тураһында хәбәр итте. Хеҙмәт килешеүе бер йылға иҫәпләнгән.

ӨФӨ, 2018 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.
«Салауат Юлаев» хоккей клубы Континенталь хоккей лигаһының 10-сы миҙгелен рәсми рәүештә тамамлағандан һуң әүҙем трансфер сәйәсәтен алып бара. Ошо көндәрҙә Өфө командаһы Юғары хоккей лигаһы һаҡсылары араһында иң яҡшы бомбардир Илья Назаревич менән контрактҡа ҡул ҡуйылыуы тураһында хәбәр итте. Хеҙмәт килешеүе бер йылға иҫәпләнгән.
25 йәшлек һаҡсы һуңғы ике миҙгелдә Санкт-Петербургтың «Динамо» клубы өсөн сығыш яһаны. Бынан алда Назаревич Белоруссия клубтары, Ижевск, Ҡурған, Воскресенск һәм Воронеж командалары төҫөн яҡланы. Хоккейсының ҡаҙаныштары араһында 2018 йылда яуланған Братина кубогы бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда «Салауат Юлаев» фин ҡапҡасыһы Юха Метсола, форвардтар Павел Шэн, Владимир Жарков, Дмитрий Кугрышев, Петр Хохряков, Никита Ли, һаҡсылар Сергей Терещенко һәм Марк Рубинчик менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Александр Логинов, Дмитрий Саюстов «юлаевсылар» араһынан төшөп ҡалды.
Читайте нас: