4 майҙа Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 73 йыллығына арналған еңел атлетика буйынса район эстафетаһы үтә, унда төп дөйөм белем биреү, урта мәктәптәр уҡыусылары, Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжының Мораҡтағы филиалы студенттары, ауыл биләмәләре, район үҙәге ойошмалары, предприятиелары, учреждениелары эшсе йәштәре ҡатнаша. Ярыш иртәнге 11-ҙә Мораҡ 1-се урта мәктәбе майҙанында башлана. Рәхим итегеҙ!