ӨФӨ, 2018 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.
Миҙгел тамамлағандан һуң «Салауат Юлаев» хоккей клубы үҙгәрештәр кисерә. Команда фин белгесе Эркка Вестерлунд менән хушлашты инде, Өфө командаһының баш тренеры вазифаһына үҙ тәрбиәләнеүсеһен Николай Цулыгинды тәғәйенләп.
Ҙур интервьюла Башҡортостан клубының генераль директоры Таһир Ибраһимов тренерҙар штабында физик әҙерлек буйынса тренер Ярмо Койвистоның ҡалыуын, ә команданың ҡапҡасылар тренерын алмаштырыуҙы билдәләне.
«Вадим Тарасов ҡала, ләкин уның бурысы бер аҙ үҙгәрә – ул клубтың бөтә ҡапҡасылар вертикале өсөн яуап бирәсәк. Айырып әйтәм: «Салауат Юлаев» командаһы түгел, ә нәҡ клубтың. Бер үк ваҡытта штабта тәжрибәле ҡапҡасылар тренеры барлыҡҡа киләсәк, беҙ уның менән мотлаҡ таныштырырбыҙ», — тине Ибраһимов.
Шулай уҡ «Салауат» яңы голкипер менән килешеү төҙөйәсәк.
«Йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, ҡапҡасылар линияһы ҡайһы берҙә үҙен аҡламаны. Беҙ был проблема өҫтөндә уйландыҡ, бөтә яҡшы һәм насар яҡтарын ҡараныҡ та һәм был линияны нығытырға ҡарар иттек. Клубта яңы ҡапҡасы буласаҡ. Билдәле бер фекерҙәр буйынса, беҙ уның исемен тик 30 апрелдән һуң ғына иғлан итербеҙ. Был йүнәлештә эш бара, башҡа бер ни ҙә әйтмәйем – беҙҙе лига регламенты сикләй», — тип аңлатты клубтың генераль директоры.