Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
4 Апрель 2018, 22:09

«Салауат Юлаев» хоккей клубы Эркка Вестерлунд менән контрактты оҙайтмаҫҡа ҡарар итте

«Салауат Юлаев» хоккей клубы һәм Эркка Вестерлунд ике яҡтың да килешеүе буйынса хеҙмәттәшлекте туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.
«Салауат Юлаев» хоккей клубы баш тренер Эркка Вестерлунд менән контрактты оҙайтмаҫҡа ҡарар итте.
«Салауат Юлаев» хоккей клубы һәм Эркка Вестерлунд ике яҡтың да килешеүе буйынса хеҙмәттәшлекте туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Клуб Эркка Вестерлундҡа башҡарған эше өсөн рәхмәт белдерә һәм яңы башланғыстарында уңыштар теләй», — тип хәбәр итә клубтың рәсми сайты.
Баш тренер вазифаһын башҡарыусы итеп Николай Цулыгин тәғәйенләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов клубҡа «өслө» билдәһе ҡуйҙы һәм алдағы ике көндә Эркка Вестерлунд клубта эшләүен дауам итерме, юҡмы икәнлеге тураһында ҡарар ҡабул ителә, тип билдәләне.
http://www.bashinform.ru/news/1138982-khk-salavat-yulaev-reshil-ne-prodlyat-kontrakt-s-erkkoy-vester...
Читайте нас в