Мораҙым
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
4 Апрель 2018, 22:30

Бен Скривенс һәм Максим Гончаров «Салауат Юлаев»тан китте

«Салауат Юлаев» хоккей клубы биш хоккейсы менән яңы килешеү төҙөмәҫкә булды: яңы миҙгелдә клубтан ҡапҡасы Бен Скривенс, һаҡсылар Оскарс Бартулис һәм Максим Гончаров, үҙәк һөжүм итеүселәр Михаил Юньков һәм Евгений Коротков китә.

ӨФӨ, 2018 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.
«Салауат Юлаев» хоккей клубы биш хоккейсы менән яңы килешеү төҙөмәҫкә булды: яңы миҙгелдә клубтан ҡапҡасы Бен Скривенс, һаҡсылар Оскарс Бартулис һәм Максим Гончаров, үҙәк һөжүм итеүселәр Михаил Юньков һәм Евгений Коротков китә.
«Клуб хоккейсыларға уйын өсөн рәхмәт белдерә һәм карьеларында уңыштар теләй», — тип хәбәр итә «Салауат Юлаев» хоккей клубының рәсми сайты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан клубтың ошо хоккейсылар менән килешеүҙе оҙайтырға ниәтләнмәүе хаҡында «Чемпионат»ҡа интервьюла «Салауат Юлаев» хоккей клубы генераль директоры Таһир Ибраһимов белдерҙе.
Белешмә
Бен Скривенс, голкипер. Миҙгелдә Өфө клубы өсөн 35 уйын үткәрҙе, шайбаларҙың 91,7 процентын кире ҡайтарҙы, уйында уртаса 2,29-шар шайба үткәрҙе, дүрт матчты «нулгә» уйнаны. Плей-офтың 11 матчында ҡатнашты, шайбаларҙың 92,2 процентын кире ҡайтарҙы, ышаныслылыҡ коэффициенты 2,14 тәшкил итте, бер уйынды «нулгә» алып сыҡты.
Оскарс Бартулис, һаҡсы. Даими чемпионатта 10 матчта уйнаны. 1 мәрәй (0+1) йыйҙы, 6 минутлыҡ штраф алды. Файҙа күрһәткесе -1. Плей-офта дүрт матчта уйнаны, файҙа күрһәткесе -2, штраф ваҡыты – 2 минут.
Максим Гончаров, һаҡсы. «Салауат Юлаев» хоккей клубы өсөн 2015/2016 миҙгелдән сығыш яһаны. Был миҙгелдә чемпионаттың 34 матчында уйнаны. 5 мәрәй (2+3) йыйҙы, файҙа коэффициенты -4, 40 минут штраф.
Плей-офта 13 уйын үткәрҙе, бер гол индерҙе, 16 минут штраф алды. Файҙа коэффициенты -1.
Евгений Коротков, һөжүм итеүсе. «Салауат Юлаев» хоккей клубы өсөн 2016/2017 миҙгелдән сығыш яһаны. 2017/2018 миҙгелдә 46 матч үткәрҙе, 11 мәрәй (4+7) йыйҙы, файҙа коэффициенты +6. 66 минут штраф алды. Плей-офта 10 матчта уйнаны, файҙа коэффициенты -1.
Михаил Юньков, һөжүм итеүсе. Даими миҙгелдә 24 матчта уйнаны, 2 шайба индерҙе, файҙа коэффициенты -3, штраф ваҡыты – 4 минут. Плей-офта алты матч үткәрҙе, 2 гол индерҙе, файҙа коэффициенты -2.
http://www.bashinform.ru/news/1138562-salavat-yulaev-pokinuli-pyat-khokkeistov/
Читайте нас: