1 апрелдә Ханты-Мансыла үткән биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында миҙалдар уйнатылды.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Екатерина Юрлова-Перхт (Санкт-Петербург) еңеү яуланы. Башҡортостандан Александра Ковалева 37-се һөҙөмтә күрһәтте.
Ир-егеттәр араһында беренсе урынға Өфөнән Антон Бабиков күтәрелде.