Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
20 Февраль 2018, 12:52

Гаджеттарҙы саналарға алмаштырҙылар

Беҙҙең Туйөмбәт ауылының тау һырты шат, күңелле тауыштарға күмелде. Ҡыш миҙгеленең аяҙ, матур көнөндә ҡыҙҙар һәм малайҙар, инәй һәм апайҙар менән сана, кәритәләребеҙҙе тотоп тау шыуырға йыйылдыҡ. Был көндө мин, сана шыуыу балаларҙың ғына шөғөлө түгеллеген, ә ололар өсөн дә бик файҙалы икәнлеген аңланым. Өлкәндәр беҙҙән бер яғы менән дә һис тә ҡалышманы, оҫта итеп шыуҙы, балалар кеүек шатланды.⁠

Беҙҙең Туйөмбәт ауылының тау һырты шат, күңелле тауыштарға күмелде. Ҡыш миҙгеленең аяҙ, матур көнөндә ҡыҙҙар һәм малайҙар, инәй һәм апайҙар менән сана, кәритәләребеҙҙе тотоп тау шыуырға йыйылдыҡ. Был көндө мин, сана шыуыу балаларҙың ғына шөғөлө түгеллеген, ә ололар өсөн дә бик файҙалы икәнлеген аңланым. Өлкәндәр беҙҙән бер яғы менән дә һис тә ҡалышманы, оҫта итеп шыуҙы, балалар кеүек шатланды.


Саф һауа – йәнгә дауа икәнен бөтәбеҙ ҙә яҡшы беләбеҙ. Сыныҡҡан кеше бер ҙә ауырымаясаҡ. Ҡышҡы спорт тәнде лә сыныҡтыра, кәйефте лә күтәрә. Өйҙә телевизор, телефон, компьютерҙар артында ултырғансы, тышта йөрөү, уйындар уйнау күпкә файҙалыраҡ. Ололар: “Саф һауала йөрөү арыуҙы ла бөтөрҙө, көс, яҡшы кәйеф тә бүләк итте”, - тине. Киләсәктә тағы ла саф һауала уйындар уйнарға йышыраҡ сығырға тигән теләк менән бөтәһе лә өйҙәренә таралышты.

Зәлиә КӘРИМОВА,

Мәҡсүт урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы.

Читайте нас: