Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
19 Февраль 2018, 16:30

“Рәсәй саңғыһы – 2018” спорт һөйөүселәрҙе берләштерҙе

Мораҡта һабантуй яланында район хакимиәте башлығы призына “Рәсәй саңғыһы – 2018” саңғы ярышы үтте. Район кимәлендәге сара Бөтә Рәсәй саңғы ярышы сиктәрендә һәм Сочи ҡалаһында үткән Олимпиадаға 4 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылды. Төрлө ойошмалар, предприятиелар, ауыл биләмәләре, йәштәр, уҡыусылар ҡатнашҡан спорт бәйгеһендә бөтәһе 879 кеше көс һынашты.

Уҙған ялда Мораҡта һабантуй яланында район хакимиәте башлығы призына “Рәсәй саңғыһы – 2018” саңғы ярышы үтте. Район кимәлендәге сара Бөтә Рәсәй саңғы ярышы сиктәрендә һәм Сочи ҡалаһында үткән Олимпиадаға 4 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылды. Төрлө ойошмалар, предприятиелар, ауыл биләмәләре, йәштәр, уҡыусылар ҡатнашҡан спорт бәйгеһендә бөтәһе 879 кеше көс һынашты.


Тантаналы өлөштә район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев спорт һөйөүселәрҙе ихлас тәбрикләп, ярышта ҡатнашыусыларға күтәренке кәйеф, сәләмәтлек теләне.

Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Елена Киршина һәм Фәрүәз Миңлебаевтарҙың дәртле йырҙары сараға байрам төҫөн өҫтәне.


Район хакимиәтенең спорт, йәштәр һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге начальнигы Илнур Сәйфуллин ярыш үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.

Шуныһы ҡыуаныслы – йылдың-йылы саңғы ярышы олоһон да кесеһен дә, ғөмүмән, бар район халҡын берләштереүсе ҙур спорт байрамына әүерелә. Быйыл да иң йәш саңғысы – Йомағужа ауылынан килгән Давлат Недоспасовҡа ни бары 1 йәш 10 ай булһа, иң өлкәне – Юлдыбай ауылы уҙаманы Фуат Хөсәйеновҡа 83 йәш ине. Күптәр призлы урын алыуҙы төп маҡсат итеп ҡуймай, иң мөһиме – сәләмәт тормошҡа ынтылыш, әүҙемлек күрһәтеү.


Тик шулай ҙа, ярыш ярыш булыр инеме, әгәр призлы урындар өсөн көрәш булмаһа? Шәхси беренселектә 18-29 йәшлектәр категорияһында Азат Мәүлетов, Шатлыҡ Кулиев, Айрат Иҙрисов, Алиса Ҡалҡаманова, Зилә Көсөкбаева, Ләйсән Рафиҡовалар;


30-39 йәштәгеләр араһында Азамат Мысырғәлин, Илнур Халиҡов, Вәсим Кинйәбаев, Айгөл Һөйәрғолова, Фәйрүзә Ибраһимова, Регина Иҙрисовалар;


40-49 йәш категорияһында Валерий Сергеев, Ришат Әминев, Радик Мәзитов, Рәсилә Әхмәтйәнова, Гүзәлиә Ҡотлобаева, Гөлнур Киленбаевалар;

50-59 йәшлек араһында Виктор Максаков, Валерий Вачуков, Владимир Петайкин, Миләүшә Табулдина, Әлфира Табулдина, Әлмира Килдебаевалар, 60-69 йәштәгеләрҙән Мансур Әбүкаев, Михаил Зотов, Йондоҙ Вәхитов, Рәмилә Дәминева, Елена Зотова, Мария Кувайцевалар алдынғылыҡты бирмәне. 70 йәште уҙғандар ҙа һыр бирмәне. Рәшит Мөлөков, Хәбир Аҫылбаев, Салауат Сыңғыҙов һәм Светлана Арыҫланбаева, Фәһимә Сыңғыҙова, Рәйсә Әбдрәхимовалар призлы урындар яуланы.



Ауыл биләмәләре араһында 1–се урынды – Йомағужа, 2–се урынды – Теләүембәт, 3–сө урынды Мәҡсүт һәм Волостновка ауыл биләмәләре яуланы.


Ойошмалар һәм предприятиелар араһында 1–се урынға - “Башкиравтодор” ойошмаһы филиалы - Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы, 2- се урынға – район мәҙәниәт бүлеге,


3–сө урынға Мораҡ үҙәк район дауаханаһы сыҡты.


Урта мәктәптәр араһында 1–се урынды - Йомағужа 1-се, 2–се урынды – Йомағужа 2-се урта мәктәптәре, 3–сө урынды - Мораҡ башҡорт гимназияһы, ә төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында 1–се урынды Сапыҡ, 2–се урынды Үрге Сирбай мәктәптәре алды.


Бөтә еңеүселәр һәм призёрҙар район хакимиәте башлығының почёт грамоталары, миҙалдар һәм кубоктар менән бүләкләнде. Саңғысылар өсөн ҡайнар сәй эсеп, бутҡа ашап йылынып алыу мөмкинлеге лә булды. “Теләгән – табыр”тигәндәй, күптәрҙең саңғы шыуырлыҡ ҡар бармы икән тип, алдан хафаланыуҙары ла бушҡа булды: сәмләнеп ярышырға ҡар ҡатламы ла, беренселеккә ынтылышы ла, көсө лә етте спорт һөйөүселәрҙең.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН һәм Анатолий КАЗАКОВ фотолары.
Читайте нас: