Мораҙым
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
6 Август 2021, 09:37

Башҡортостанға Владимир Путин килә

Уның килеүенең сәбәбе ниндәй? Президент ҡайһы райондарға бара? 

Башҡортостанға Владимир Путин килә
Башҡортостанға Владимир Путин килә

6 августа ил Президенты Владимир Путин эш сәфәре менән Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһында буласаҡ. Был турала kremlin.ru сайты хәбәр итә.

Дәүләт башлығы Силәбе өлкәһендә тәбиғи янғындарҙан зыян күргән райондарҙы ҡараясаҡ, унан һуң тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен юҡҡа сығарыуға арналған кәңәшмә үткәрәсәк. Шулай уҡ Президент Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер менән осрашасаҡ.

Ошо уҡ көндә Владимир Путин Башҡортостандың Әбйәлил районына барасаҡ. Бында ул “Ласселсбергер” компаниялар төркөмөнөң ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары етештереү буйынса “Цемикс”  заводын эшкә ҡушыуҙа ҡатнашасаҡ. Предприятиены асыу аҡ цемент импортын кәметеү мөмкинлеге бирәсәк һәм төбәктә сәнәғәт үҫеше мөмкинлеген арттырасаҡ. Бынан тыш, ил Президенты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашып, эш осрашыуы үткәрәсәк.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: