Мораҙым
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
9 Февраль 2021, 00:47

Башҡортостанда Хөкүмәт аппараты хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡарталар

Башҡортостанда республика Башлығының Хөкүмәт эшен ойоштороу тураһында бойороғон үтәүгә тотондолар. Радий Хәбиров һәр маҡсатты мөмкин тиклем тиҙ һәм һөҙөмтәле хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте аппаратының тиҫтәләгән хеҙмәткәре ҡыҫҡартыу тураһында белдереү ҡағыҙы алды.

Телеграм-каналдар мәғлүмәте буйынса, ҡыҫҡартылғандарҙың күпселек өлөшө – бер үк эште башҡарған хеҙмәткәрҙәр.
«Башинформ» агентлығына премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, Хөкүмәттә күптән уның структураһын оптималләштереү һәм һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса эштәр алып барыла. Аппараттың ҡайһылыр звеноһы ҡыҫҡартыла, ҡайһылары – үҙгәртеп ҡорола, ҡайһы берҙәре – көсәйтелә. Маҡсат – дәүләт көйләүенең һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм иҡтисади йәнлелек.
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: