Мораҙым
+19 °С
Ясно
СӘЙӘСӘТ
9 Января 2021, 18:59

Күп балалы әсәләрҙең пенсияға алдан сығыу хоҡуғы бар

Йыл башынан 286 күп балалы әсә пенсияға алдан сыҡты. Ҡануниәткә ярашлы, күп балалы әсәләрҙең пенсияға алдан сығыу хоҡуғы бар. Биш һәм унан күберәк бала табып, уларҙы 8 йәшкә тиклем тәрбиәләүсе әсәйҙәргә страховка пенсияһы 50 йәштә тәғәйенләнә. 2019 йылдан пенсияға алдан сығыу хоҡуғын өс һәм дүрт балалы әсәләр ҙә алды. Әгәр ҡатын-ҡыҙҙың өс балаһы булһа, ул яңы пенсия йәшенә ҡарағанда өс йылға алдараҡ хаҡлы ялға сыға ала. Әгәр ҡатын-ҡыҙҙың балаһы дүртәү икән, ул пенсияға дүрт йылға алдараҡ сығырға хоҡуҡлы. Шуны ла билдәләп үтеү мөһим, пенсияға алдан сығыу өсөн әсәйҙәрҙең хеҙмәт стажы 15 йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.

Йыл башынан 286 күп балалы әсә пенсияға алдан сыҡты.
Ҡануниәткә ярашлы, күп балалы әсәләрҙең пенсияға алдан сығыу хоҡуғы бар. Биш һәм унан күберәк бала табып, уларҙы 8 йәшкә тиклем тәрбиәләүсе әсәйҙәргә страховка пенсияһы 50 йәштә тәғәйенләнә.
2019 йылдан пенсияға алдан сығыу хоҡуғын өс һәм дүрт балалы әсәләр ҙә алды. Әгәр ҡатын-ҡыҙҙың өс балаһы булһа, ул яңы пенсия йәшенә ҡарағанда өс йылға алдараҡ хаҡлы ялға сыға ала. Әгәр ҡатын-ҡыҙҙың балаһы дүртәү икән, ул пенсияға дүрт йылға алдараҡ сығырға хоҡуҡлы. Шуны ла билдәләп үтеү мөһим, пенсияға алдан сығыу өсөн әсәйҙәрҙең хеҙмәт стажы 15 йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.
Пенсияға 50 йәшендә бәләкәйҙән инвалид булған баланы 8 йәшенә тиклем тәрбиәләгән әсәләр ҙә сыға ала. Тик улар ҙа 15 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә булырға тейеш.
Ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәт стажын һәм пенсия коэффициентын балаларҙы тәрбиәләү осоронда ла эшләй ала, был осраҡта һәр баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләү буйынса ваҡыт иҫәпләнә, әммә ул дөйөм алғанда 6 йылдан артмаҫҡа тейеш.
Тәүге баланы йәш ярымға тиклем ҡарау ваҡыты өсөн - 1,8 пенсия коэффициенты, икенсе баланы ҡарау ваҡыты өсөн - 3,6 пенсия коэффициенты, өсөнсө баланы ҡарау ваҡыты өсөн 5,4 пенсия коэффициенты өҫтәлә.
Ҡарамағында бәлиғ булмаған йәки белем биреү учреждениеһының көндөҙгө бүлегендә белем алған 23 йәше тулмаған балалары булған шәхестәр страховка пенсияһына юғары билдәләнгән түләүгә хоҡуҡлы.
2020 йылдың башынан әсәлек капиталының мөмкинлектәре киңәйҙе: 2020 йылдың 1 ғинуарынан тәүге балалары тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алған ғаиләләр 466 мең 617 һум күләмендәге әсәлек капиталына хоҡуҡлы.
Тәүге балалары 2020 йылға тиклем, ә икенсе балалары быйыл донъяға килгән ғаиләләргә 616 мең 617 һум күләмендә әсәлек капиталы бирелә.
Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы граждандың шәхси кабинетында хеҙмәт стажы, эш хаҡы, уҡыу һәм балаларҙы ҡарау осоро һәм башҡалар тураһында мәғлүүмәт алыу мөмөикнлеге бар.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
ФОТО АСЫҠ СЫҒАНАҠТАРҘАН.
*Беҙгә социаль селтәрҙәрҙә ҡушылығыҙ: «ВКонтакте», «Одноклассники», «Инстаграм», «Фейсбук»
Читайте нас