Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
29 Октябрь 2020, 10:50

Бишбүләктә - яы башлыҡ

Бишбүләк районы муниципаль район Советы ҡарары менән яңы район хакимиәте башлығы тәғәйенләнде.

Бишбүләк районы муниципаль район Советы ҡарары менән Артур Зарипов район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Әлегә тиклем ул башлыҡ урынбаҫары булып эшләне. Районға 1999 йылдан етәкселек иткән Наил Ғатауллин вазифаһын бушатты.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ултырышта Наил Ғиззәтуллинға намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп, уға «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәте өсөн» орденын тапшырҙы.
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәте өсөн» ордены республиканың юғары дәүләт наградаһы булып тора. Ун йыл эсендә 57 кеше бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарары менән тәүгеләрҙән булып ошо юғары наградаға республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов лайыҡ булды.
Читайте нас: