Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
20 Март 2020, 13:07

Пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн ташламалар

2019 йылдан алып пенсия алды йәшендәге граждандар (55 йәше тулған ҡатындар һәм 60-ҡа еткән ирҙәр) өсөн физик шәхестең мөлкәтенә булған һалымға ташлама ҡаралған: улар бер объектҡа - торлаҡ йорт йәки уның бер өлөшөнә, квартираға йәки бүлмәгә, гаражға һәм хужалыҡ ҡаралтыларына (майҙаны 50 квадрат метрҙан артмаҫҡа тейеш) һалым түләүҙән азат ителә. Әгәр ҙә күсемһеҙ милектең майҙаны билдәләнгән сикте уҙа икән, артығына һалым түләргә тура киләсәк.

Пенсия алды йәшендәгеләргә шулай уҡ ер һалымы буйынса ла ташлама ҡаралған. Әгәр ҙә ер участкаһының майҙаны 6 сутыйҙан уҙмай икән – һалым түләнмәй, әгәр ҙә майҙаны билдәләнгән сикте уҙһа, артығына һалым түләргә кәрәк буласаҡ. Кеше ике йәки унан күберәк ер участкаһына эйә булһа, ташлама ҡаралғанын һайлап, инспекцияға белдереү ҡағыҙы ебәрергә тейеш. Өндәшмәй ҡалғанда, ташлама автоматик рәүештә ҙурыраҡ һалымға эйә участкаларҙың береһенә ҡарата ҡулланыласаҡ. Пенсионерҙар, пенсия алды йәшендәгеләр, инвалидтар, өс йәки унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүселәр – ер участкалары, күсемһеҙ милек, майҙаны 50 кв.метрҙан артмаған хужалыҡ ҡаралтылары хужалары һалым ташламаларына ғариза ебәрмәһә лә була. Һалым органы Рәсәй Пенсия фондынан, Росреестрҙан һәм социаль яҡлау төбәк органдарынан льготаға эйә булыусылар хаҡында алынған мәғлүмәттәргә таянып эш итә.
2019 йылдың һалым осорона ташламаларҙың тулы исемлеге менән “Мөлкәт һалымы буйынса ставкалар һәм льготалар тураһында мәғлүмәт” сервисы ярҙамында белергә була.
Читайте нас: