Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
19 Март 2020, 10:00

ҒАИЛӘ ПРОБЛЕМАЛАРЫ - БЕРЕНСЕ УРЫНДА

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина ойошманың Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Был тәҡдимдәр Рәсәй Йәмәғәт палатаһының күптән түгел үткән пленар ултырышында ла тикшерелгән икән.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина ойошманың Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Был тәҡдимдәр Рәсәй Йәмәғәт палатаһының күптән түгел үткән пленар ултырышында ла тикшерелгән икән, тип яҙа Башҡортостан гәзите.
– Йәмәғәт палатаһы ғаилә һәм балаларға ҡағылышлы мәсьәләләргә төп иғтибар йүнәлтте, – ти Ольга Панчихина. – Шулай уҡ граждандарҙың социаль хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу, хеҙмәт кешеһенә ихтирам һәм башҡа көнүҙәк тип һаналған мәсьәләләр буйынса ла тәҡдимдәр яһалды. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында ла байтаҡ тәҡдимдәр йыйылғайны, уларҙың барыһын да Рәсәй Йәмәғәт палатаһына тапшырҙыҡ.
Рәсәй Йәмәғәт палатаһындағы ултырышта төбәк палаталарының Тауыш биреү көнөндә ҡатнашыуы ла тикшерелгән. Конституцияға үҙгәрештәр буйынса тауыш биргәндә күҙәтеүселәр ҙә билдәләнәсәк.
Фото: news.yandex.ru.
Читайте нас: