Башҡортостан хөкүмәте 2024 йылға гражданлыҡ һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәрен 25% ҡыҫҡартырға йыйына. Министрҙар кабинетының республика үҫеше программаһының маҡсатлы йүнәлештәрен аныҡлауға арналған ултырышында ошо хаҡта һүҙ барҙы. Биш йыл һайын хеҙмәткәрҙәр һаны, план буйынса, 5% кәмергә тейеш.
«Дәүләт органдарының, хөкүмәттең һөҙөмтәлелеге кешеләрҙең һанына бәйле түгел. Беҙ ошо эшкә тотондоҡ, тәүге йөҙ кешене ҡыҫҡарттыҡ. Дөйөм алғанда, 2024 йылға хөкүмәт структураһы мобиль һәм һөҙөмтәле буласаҡ», — тип хәбәр итте беренсе вице-премьер Андрей Назаров. Шулай уҡ был сара «бюрократик буталсыҡты кәметеү буйынса әүҙемлекте үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк, шул иҫәптән хөкүмәттә документтар әйләнешен кәметеү йәһәтенән дә», — тип билдәләне вице-премьер Илшат Тажетдинов.