Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
23 Ғинуар 2020, 10:27

Ил Президенты Хөкүмәттең яңы составын билдәләне

Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ил Президенты Хөкүмәттең яңы составын билдәләне.

Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ил Президенты Хөкүмәттең яңы составын билдәләне. Премьер-министр Михаил Мишустиндың туғыҙ урынбаҫары буласаҡ. Хөкүмәт Рәйесенең беренсе урынбаҫары – әлегә тиклем Президенттың ярҙамсыһы булған Андрей Белоусов, вице-премьер, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе – әүәлге Федераль һалым хеҙмәте башлығы урынбаҫары Дмитрий Григоренко.
Вице-премьерҙар итеп Виктория Абрамченко, Татьяна Голикова, Юрий Борисов, Дмитрий Чернышенко, Юрий Трутнев (Алыҫ Көнсығыштағы тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһын да башҡарасаҡ), Алексей Оверчук һәм Марат Хөснуллин тәғәйенләнде.
Сергей Шойгу – оборона, Сергей Лавров – сит ил эштәре, Владимир Колокольцев – эске эштәр, Антон Силуанов – финанс, Александр Новак – энергетика, Евгений Дитрих – транспорт, Денис Мантуров – сәнәғәт һәм сауҙа, Дмитрий Кобылкин – тәбиғи ресурстар һәм экология, Дмитрий Патрушев – ауыл хужалығы, Евгений Зиничев – ғәҙәттән тыш хәлдәр, Александр Козлов – Алыҫ Көнсығышты һәм Арктиканы үҫтереү министры вазифаларын артабан да башҡарасаҡ.
Пермь крайы губернаторы вазифаһынан үҙ теләге менән отставкаға сыҡҡан Максим Решетников иҡтисади үҫеш министры итеп тәғәйенләнде. Мәҙәниәт министрлығын Ольга Любимова етәкләйәсәк. Ул әлегә тиклем ведомствоның кино департаменты башлығы булған. “Ростелеком”дың элекке вице-президенты Мәҡсүт Шадаевҡа – һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар, “Росздравнадзор” етәксеһе булған Михаил Мурашкоға һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһы йөкмәтелде.
Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына – Төмән өлкәһенең әүәлге губернаторы Владимир Якушев, Мәғариф министрлығына –“Рособрнадзор”ҙың элекке башлығы Сергей Кравцов, Спорт министрлығына – Халыҡ-ара студент спорты федерацияһы президенты, Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университетының элекке ректоры Олег Матыцин, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына әлегә тиклем финанс министры урынбаҫары булып эшләгән Антон Котяков етәкселек итәсәк.

#ВладимирПутин

Читайте нас: