«Туҡта суррогат» акцияһының тәүге көндәрендә республика Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйына дәүләт комитетының ҡыҙыу бәйләнешенә халыҡтан рөхсәтһеҙ алкоголь таратыу урындары хаҡында 275 шылтыратыу килде, «Хәүефһеҙ мөхит» порталына 574 сигнал ҡабул ителде. Дөйөм алғанда, 849 мөрәжәғәт алынды.
Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйына дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев билдәләүенсә, ялған алкоголь һатырға тырышыуҙан тыш, легаль һатыусылар яғынан ҡануниәтте боҙоу осраҡтары булыуы ихтимал. Әйтәйек, байрам көндәрендә хәмер һатыу ваҡыты сикләнә, шулай уҡ 1 ғинуарҙан араҡыға, коньякка һәм башҡа ҡаты спиртлы эсемлектәргә минималь хаҡ арта. Әүҙемселәр рейдтар ваҡытында ошо ҡағиҙәләрҙе үтәүгә лә иғтибар бирә.
«Был акция бер тапҡыр ғына үткәрелергә тейеш түгел. Ошо эште артабан да дауам итербеҙ», — тине «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.