Башҡортостан парламентында Дәүләт Думаһындағы коллегаларының башланғысын хуплайҙар. Улар бәлиғ булмағандарға вейптар, кальяндар, электрон тәмәкеләр һәм башҡа ошондай тартыу ҡатышмаларын һатыуҙы тыйған федераль закон ҡабул итте, тип хәбәр итә БАШИНФОРМ.
Законда уларҙы рекламалауҙы сикләү саралары индерелә, кальяндар һәм электрон тәмәкеләр ғәҙәти тәмәке изделиеларына тиңләштерелә. Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев парламент республика прокуратураһы менән бергә Башҡортостан биләмәһендә никотинлы һура һәм сәйнәй торған ҡатышмаларҙы һатыу буйынса сикләү сараларын әҙерләй башланы тип билдәләне. Ағымдағы йылдың сентябрендә республикала бәлиғ булмағандарға электрон тәмәкеләр, вейптар, кальяндар һәм башҡа ошондай тартыу ҡатышмаларын һатыуҙы тыйған закон ҡабул ителде, тине ул. Уның фекеренсә, вейптар ҡулланыу балаларҙы тәмәке тартыуға ылыҡтыра, шуға уларҙы ошо зарарлы йоғонтонан яҡларға кәрәк. Снюстарҙың да балалар организмына зыяны ҙур.
«Вейптарҙы еңеп өлгөрмәнек, үҫмерҙәр мөхитендә яңы модалы шөғөл – сәйнәй торған никотинлы изделиелар (снюс) барлыҡҡа килде һәм бик тиҙ таралды. Улар ирекле һатыла, балаларҙың сәләмәтлегенә ныҡ зыян килтерә, нисә тапҡыр бәлиғ булмағандарҙың реанимацияға эләгеүенә сәбәпсе булды», — тип билдәләне Константин Толкачев.
Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡыусыларҙың ниндәйҙер «кәнфит» менән һыйланғандан һуң ағыуланыу осраҡтары теркәлде. Улар дауаханаға оҙатылды. Әлеге факттар буйынса прокурор тикшереүҙәре бара.