Мораҙым
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
16 Ноябрь 2019, 11:56

Башҡортостанда ауыл депутаттарын килем тураһында йыллыҡ отчеттарҙан азат итәләр

Башҡортостанда ауыл депутаттарын килем тураһында йыллыҡ отчеттарҙан азат итәләр, тип белдерҙеләр республика Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә. Был мәсьәләне Ҡоролтай депутаттары ноябрҙәге пленар ултырышта ҡарай. Һүҙ даими нигеҙҙә эшләмәгән һәм бюджеттан эш хаҡы алмаған депутаттар тураһында бара.

«Улар үҙҙәренең ауылдарының проблемалары менән бушлай, йәмәғәт башланғысында шөғөлләнә, ләкин йыл һайын төрлө белешмәләр йыйырға һәм ҡатмарлы отчеттар яҙырға мәжбүр. Шул уҡ банктарҙа белешмәләр алыу өсөн район үҙәгенә йәки ҡалаға барырға кәрәк. Отчеттарҙа хаталар булһа, был прокуратура органдарына өҫтәмә эш тыуҙыра», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
Закон проектына ярашлы, ауыл депутаттары ҙур суммаға әйбер һатып алған осраҡта ғына үҙенә, тормош иптәштәренә һәм бәлиғ булмаған балаларына килем, милек тураһында отчет тапшыра.
Республика прокуроры вазифаһын башҡарыусы индергән икенсе закон проекты килем һәм сығым тураһында дөрөҫ мәғлүмәт бирмәгән өсөн депутаттарҙың, урындағы үҙидараның һайлау органы ағзаларының, вазифалы кешенең яуаплылыҡ саралары исемлеген киңәйтә.
«Хәҙер дөрөҫ йәки тулы булмаған мәғлүмәттәр өсөн бер яуаплылыҡ сараһы – вәкәләттәрҙе ваҡытынан алда һалыу. Ләкин бәләкәй генә хата булыуы ла мөмкин. Башҡа яуаплылыҡ сараларын (мәҫәлән, иҫкәртеү) ҡарарға тәҡдим ителә», — тип аңлатма бирҙеләр парламентта.
Читайте нас: