Документ шулай уҡ, әгәр хеҙмәт шарттары буйынса эш көнө өлөштәргә бүленгән булһа, ауыл ерендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың арттырылған түләүгә хоҡуғын гарантиялай.
ТАСС хәбәр итеүенсә, был льгота әлегә тиклем РСФСР Юғары Советының 1990 йылғы ҡарары менән регламентланған. Дәүләт Думаһы законды ҡабул иткәнсе, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡыҫҡартылған эш көнөнә хоҡуғы федераль закон менән нығытылмағайны.