Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
31 Октябрь 2019, 11:35

Радий Хәбиров Рәсәй губернаторҙары рейтингында 14-се урынды алды

Радий Хәбиров Рәсәй губернаторҙары рейтингында 14-се урынды алды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Губернаторҙарҙың милли рейтингының беренсе төркөмөнә инде. Рәсәй төбәктәренең иң яҡшы 25 етәксеһе иҫәбендә ул хәҙер 14-се урынды биләй.

Фото: Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Губернаторҙарҙың милли рейтингының беренсе төркөмөнә инде. Рәсәй төбәктәренең иң яҡшы 25 етәксеһе иҫәбендә ул хәҙер 14-се урынды биләй.
«Рейтинг» мәғлүмәт коммуникациялары үҙәгенең Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтарын баһалауға арналған сираттағы тикшеренеү һөҙөмтәләре шундай.
Губернаторҙарҙың милли рейтингы лидеры тип Төмән өлкәһе етәксеһе Александр Моор танылды.
Икенсе урында — Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Артюхов.
Өсөнсөлә — Тула өлкәһе губернаторы Алексей Дюмин.
Субъекттарҙың иң яҡшы 25 етәксеһе иҫәбенә шулай уҡ Рөстәм Миңлеханов (Татарстан Республикаһы), Евгений Савченко (Белгород өлкәһе), Сергей Собянин (Мәскәү), Глеб Никитин (Түбәнге Новгород өлкәһе), Олег Кувшинников (Вологда өлкәһе), Александр Дрозденко (Ленинград өлкәһе), Александр Беглов (Санкт-Петербург), Рамзан Ҡадиров (Чечен Республикаһы), Вениамин Кондратьев (Краснодар крайы), Антон Алиханов (Калининград өлкәһе), Радий Хәбиров (Башҡортостан Республикаһы), Александр Гусев (Воронеж өлкәһе), Айсен Николаев (Саха (Яҡутстан) Республикаһы, Дмитрий Азаров (Һамар өлкәһе), Сергей Носов (Магадан өлкәһе), Анатолий Артамонов (Калуга өлкәһе), Владимир Васильев (Дағстан), Наталья Комарова (Ханты-Манси автономиялы округы-Югра), Владимир Волков (Мордовия), Олег Кожемяко (Приморье крайы), Александр Бурков (Омск өлкәһе) һәм Андрей Травников (Новосибирск өлкәһе) инде.
Читайте нас: