Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
28 Октябрь 2019, 23:43

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан бүлексәһен етәкләй

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан бүлексәһен етәкләй 25 октябрҙә Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында уҙып киткән һайлау кампанияһына йомғаҡ яһалып, киләсәккә пландар билдәләнде, фирҡәнең XIX съезына делегаттар һайланды. Конференция делегаттарының йәшерен тауыш биреү юлы менән «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары итеп Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һайланды. Бығаса ул вазифаны Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев башҡарҙы. Төбәк етәксеһе Константин Толкачевҡа күп йыллыҡ фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн «Бөтә Рәсәй» сәйәси фирҡәһе Рәйесе Дмитрий Медведевтың рәхмәт хатын тапшырҙы. Радий Хәбиров үҙ сығышында партия ағзаларына ышаныс белдереүҙәре өсөн рәхмәт әйтте.

25 октябрҙә Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында уҙып киткән һайлау кампанияһына йомғаҡ яһалып, киләсәккә пландар билдәләнде, фирҡәнең XIX съезына делегаттар һайланды, тип хәбәр итә БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Конференция делегаттарының йәшерен тауыш биреү юлы менән «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары итеп Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һайланды. Бығаса ул вазифаны Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев башҡарҙы.
Төбәк етәксеһе Константин Толкачевҡа күп йыллыҡ фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн «Бөтә Рәсәй» сәйәси фирҡәһе Рәйесе Дмитрий Медведевтың рәхмәт хатын тапшырҙы.
Радий Хәбиров үҙ сығышында партия ағзаларына ышаныс белдереүҙәре өсөн рәхмәт әйтте.
– Мин был вазифаны тулы яуаплылыҡ менән ҡабул итәм, – тине Башҡортостан Башлығы. – Партия – власть өсөн көрәштең берҙән-бер легаль инструменты. Минең төп талап – фирҡә эшенә формаль ҡараштан арынырға кәрәк, сөнки ул халыҡтың асыуын ҡабарта. Партия халыҡтың тын алышын белеп торорға тейеш. Социаль селтәрҙәрҙе лә инҡар итергә кәрәкмәй.
Заманса ысулдыр менән эшләү өсөн кадрҙар составын яңыртырға, актив йәштәрҙе йәлеп итергә ҡушты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер көн алда «Берҙәм Рәсәй»ҙең Генераль советы Президиумы 13 төбәк етәксеһен фирҡәнең урындағы бүлексәләре секретары вазифаһына раҫланы. Улар рәтендә Радий Хәбиров та бар ине.
Читайте нас: