-5 °С
Болотло
«Йылына 300 ваҡиға — республика өсөн һәйбәт, әйҙәгеҙ шуның менән шөғөлләнәйек. Беҙ һеҙҙең менән тәүге бер нисә йылда эске сараларҙа, үҙебеҙҙә, һәм сит илдәрҙә Башҡортостанды әүҙем күрһәтергә тип һөйләштек, — тине ул. — Ләкин беҙ эшмәкәрҙәребеҙҙең сәфәрҙәрен ваҡиғалар туризмына әүерелдерергә тейеш түгелбеҙ. Миңә ул бөтөнләй кәрәкмәй, миңә эш кәрәк. Хаталаныуым мөмкин, әммә мин бер урынды алып, шуның буйынса эшләү яҡлымын. Мәҫәлән, беҙ, шартлы итеп әйткәндә, Австрияны алдыҡ, ти, Австрия менән эшләүегеҙҙе дауам итегеҙ. Ни өсөн беҙҙең ниндәйҙер эшмәкәрҙәребеҙ Каирға, Дохаға, Ҡытайға бара – аңламайым».
«Миңә бында туристар кәрәкмәй. Шуға күрә Эксперт идаралығы эшкә ҡушылһын һәм беҙҙең ҡайҙа барыуыбыҙ, нимәләр алып ҡайтыуыбыҙ тураһында һығымта эшләһен», — тип йөкләмә бирҙе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға.
«Барып ҡайттың икән, миңә яҙма рәүештә доклад яҙырға кәрәк. Шунда булдым, шунса осрашыуҙар үткәрҙем, шунса килешеүҙәр төҙөнөм йәки Каирҙың матурлығын ҡараным. Регламент индерегеҙ, быға бер ай ваҡыт, — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. — Венала Башҡортостан вәкиллеген астыҡ, унда кеше тәғәйенләнек, уға хеҙмәт хаҡы түләйбеҙ. Унда нимәләр эшләүен һорай башлағыҙ, декабрҙә унан башҡарылған эш тураһында отчет көтәм».
«Миңә сәфәрҙәребеҙ географияһын бирегеҙ. Министр урынбаҫарҙары, департамент начальниктары бара, улар унда нимә эшләйҙер, аңламайым. Беҙҙең шул хәтлем бай йәшәрлек мөмкинлегебеҙ юҡ. Беҙҙең барыһы ла эшлекле булырға тейеш. Бының өсөн бер тин дә йәл түгел. Эшлекле һәм уйланылған сәфәрегеҙ өсөн аҡса түгергә әҙермен», — тип йомғаҡ яһаны ултырышҡа Радий Хәбиров.