Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
5 Октябрь 2019, 22:58

Радий Хәбиров ауылдарҙы төҙөкләндереү программаһын булдырырға тәҡдим итте

Радий Хәбиров ауылдарҙы төҙөкләндереү программаһын булдырырға тәҡдим итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы стратегик сессияһының пленар кәңәшмәһендә ауылдарҙы төҙөкләндереү программаһын булдырырға тәҡдим итте.

Фото: Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы стратегик сессияһының пленар кәңәшмәһендә ауылдарҙы төҙөкләндереү программаһын булдырырға тәҡдим итте.
«Ҡала мөхитен төҙөкләндереү программаһы өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Ләкин республикала халыҡтың 40% ауыл ерендә йәшәй, беҙҙә ҙур ауылдар күп. Хәҙер кешеләр күп нәмәне күрә, уларҙың донъяға ҡарашы үҙгәрә. Әгәр элек ауылда сквер йәки парк тураһында һөйләй башлаһаң, кәртәгә сығыу менән парк башлана, тигән яуапты ишетергә мөмкин ине. Хәҙер ауыл халҡы ла үҙҙәрендә төҙөкләндерелгән уңайлы биләмәләр булыуын һорай. Ҡатын-ҡыҙ, туфли кейеп, бала менән яҡты һәм хәүефһеҙ урамда йөрөй алырға тейеш. Был, әлбиттә, министрлыҡҡа һорау түгел, ләкин беҙ ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса программаларҙы ла аҡса менән тулыландырыу йәһәтенән ҡарарҙарҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ауыл биләмәләрен дә төҙөкләндерергә теләр инек. Ғариза өсөн кәрәкле документтарҙы тапшырҙыҡ», — тине Радий Хәбиров.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ — халыҡ өсөн көнүҙәк темаларҙың береһе, һәр саҡ республика һәм урындағы властарҙың иғтибар үҙәгендә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Беҙҙә ошондай комплекслы, аҡса менән нығытылған программаның булғаны юҡ ине. Хәҙер ҡалалар матурыраҡ һәм уңайлыраҡ булһын өсөн мөмкинлегебеҙ бар. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» милли проекты сиктәрендә тирә-яҡты тулыһынса үҙгәртеү бара, тип иҫәпләй Башҡортостан етәксеһе.
«Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә етди иғтибар бүләбеҙ, комплекслы ҡараш принциптарына таянып эш итәбеҙ. Бер урында тормайбыҙ, үҙебеҙҙең проекттарҙы уйлап сығарабыҙ. Подъездарҙы ремонтлау программаһын әүҙем индерәбеҙ. Беҙ уны Мәскәү өлкәһенән ҡарап ҡайттыҡ, ул унда беренсе йыл ғына уңышлы ғәмәлгә ашырылмай. Аралашыу һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу бик мөһим», — тине Радий Хәбиров.
3-4 октябрҙә Өфөлә «Рәсәй Федерацияһы торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереүҙең төп йүнәлештәре» киңәйтелгән стратегик сессияһы бара. Бында шулай уҡ VI Бөтә Рәсәй күп фатирлы йорттарҙың дөйөм милкен капиталь ремонтлау төбәк операторҙары съезы эшләй. Сараны ойоштороусылар — Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау төбәк операторҙары ассоциацияһы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.


Читайте нас в