Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
23 Апрель 2019, 16:32

“Әсәлек капиталы”н ҡулланыуҙа - үҙгәрештәр

2019 йылдың 18 мартында “Балалары булған ғаиләләргә дәүләт яҡлауының өҫтәмә саралары тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 37-се һанлы Федераль закон ҡабул итеде. Закон менән Пенсия фондына “Әсәлек капиталы”н ҡулланып һатып алырға планлаштырған торлаҡ бинаның йәшәргә яраҡлылығын асыҡлау хоҡуғы билдәләнгән.

2019 йылдың 18 мартында “Балалары булған ғаиләләргә дәүләт яҡлауының өҫтәмә саралары тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 37-се һанлы Федераль закон ҡабул итеде.
Закон менән Пенсия фондына “Әсәлек капиталы”н ҡулланып һатып алырға планлаштырған торлаҡ бинаның йәшәргә яраҡлылығын асыҡлау хоҡуғы билдәләнгән.
Йәшәүгә яраҡһыҙ, авария хәлендә, емерелергә йәки реконструкция үтергә тейеш булған торлаҡ бинаның йәшәүгә яраҡһыҙлығы тураһында мәғлүмәт алыу – билдәләнгән маҡсатта “Әсәлек капиталы” аҡсаларын алыу өсөн тапшырылған ғаризаны кире ҡағырға нигеҙ булып тора.
Унан тыш, “Әсәлек капиталы” аҡсаларын тотоноу тураһындағы ғаризаға ҡушып тапшырылған документтарға талаптар асыҡланды, шулай уҡ тәүге иғәнәне түләргә, төп бурысты һәм проценттарҙы ҡапларға “Әсәлек капиталы” аҡсаларын йүнәлтергә мөмкин булған ойошмалар теҙмәһенә төҙәтмәләр индерелде.
Федераль закон үҙ көсөнә 2019 йылдың 29 мартында инде.

А.ҒӘЛИӘҠБӘРОВ, район прокуроры.
Читайте нас: