ӨФӨ, 2019 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.
Премьер Дмитрий Медведев 2019 йылда ҡайһы бер пособиеларҙы һәм компенсацияларҙы индексациялау күләмен раҫлаған ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документ Министрҙар кабинеты сайтында баҫылды. «Ҡул ҡуйылған ҡарар менән Рәсәй Федерацияһының ике законында һәм туғыҙ федераль законда ҡаралған түләүҙәрҙе, пособиеларҙы һәм компенсацияларҙы индексациялау коэффициенты 1,043 күләмендә билдәләнде», — тиелә документҡа белешмә тексында.
Индексация ветерандарға, инвалидтарға, балалары булған граждандарға, шулай уҡ производствола бәхетһеҙ осраҡтарҙан һәм һөнәри ауырыуҙарҙан мотлаҡ социаль страховкалаған саҡта түләнгән түләүҙәргә, пособиеларға һәм компенсацияларға ҡағыла.