Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
22 Декабрь 2018, 22:22

“Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға беренсе Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны

18 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға беренсе Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.

18 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға беренсе Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.
Өфөләге Конгресс-холға башҡа йылдарҙан айырмалы депутаттар, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәрен, ҡала һәм район башлыҡтарын ғына түгел, ә республикабыҙҙың ябай хеҙмәтсәндәрен, тырыш эшсәндәрен дә саҡырҙылар. Залда Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов та ултыра ине, халыҡ уны элеккесә аяғүрә баҫып алҡышланы, ә бына икенсеһе - Рөстәм Хәмитов. Тәүге рәттә танылған табип һәм сәйәхәтсе Эрнст Мулдашев ултыра, анауһы күп балалы әсә, ә быныһы ҡораллы енәйәтсене бер үҙе тотоусы ЮХХДИ хеҙмәткәре. Бөтә балконды блогерҙарға биргәндәр – унда селфи эшләү күпкә уңайлыраҡ.
Төбәк башлығы залда йыйылыусыларға һәм 1 сәғәткә телевизор һәм планшеттарҙан айырылмайынса уны тыңлаусы 4 миллион халыҡҡа нимәләр әйтте һуң?

Дәүләттең бәләкәй булмаған бурыстары хаҡында
Тәүге минуттарҙа уҡ республика чиновниктарына донъяла иң танылған һәм иң уңышлы мэрҙарҙың береһе - Нью-Йорк мэры Рудольф Джулиани кеүек булырға тигән бурыс ҡуйылды.
- Уның “ватыҡ тәҙрәләр теорияһы” менән таныш булғандар иң ҡатмарлы һәм ташландыҡ муниципалитетта ла, бик теләһәң, хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин икәнлеген белә. Проблемаларҙы көн һайын тыныс ҡына хәл итһәк, әкренләп һөҙөмтәгә өлгәшәсәкбеҙ. Әгәр ҙә йортобоҙҙағы бер генә “ватыҡ тәҙрә”гә риза булып ҡалһаҡ, тиҙҙән ундағы барлыҡ тәҙрәләр ҙә ватыласаҡ. Бергәләп кәрәк ерҙе эҙмә-эҙлекле “ямайыҡ”, “йөҙләйек”.
Балалар ҡыйығы емерелеп төшөргә торған мәктәптә уҡырға тейеш түгел. Кешеләрҙең сәғәттәр буйы поликлиникала, күп функциялы үҙәктә сиратта тороуына, ҡыш автобус туҡталыштарында өшөп тороуына юл ҡуймайыҡ. ХХI быуатта балаларыбыҙҙың мәктәпкә ҡараңғыла йөрөүенә битараф ҡалырға ярамай.

Власть йорттарҙа яҡтылыҡты һәм йылылыҡты тәьмин итергә, уларға ремонт яһарға, юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға, урамдарҙа, ихаталарҙа, подъездарҙа таҙалыҡ булдырырға тейеш. Кемгәлер быларҙың барыһы ла ваҡ-төйәк булып күренеүе ихтимал. Ысынлап та, көндәлек эштә бер ниндәй ҙә ҡаһарманлыҡ юҡ. Әммә республика халҡы беҙҙән, тәү сиратта, үҙҙәре өсөн мөһим булған тап ошо проблемаларҙы хәл итеүҙе көтә, - тине Радий Хәбиров.

Ҡайҙан миллиард табырға
Социаль темаға Радий Хәбиров үҙенең ярты сәғәттән ашыу ваҡытын бүлде. Ошо ярты сәғәт ваҡыт эсендә хөкүмәткә унлаған яңы йөкләмәләр бирелде. Мәҫәлән, республикала йәшәүселәрҙең бөтәһенә лә балалар баҡсаһына түләүҙе компенсациялау, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән баланы ҡарау буйынса пособие күләмен арттырыу, шулай уҡ инвалид балаларҙы йылына ике тапҡыр реабилитациялауға, шул иҫәптән шәхси үҙәктәрҙә лә, сертификаттар биреү өсөн милиард һум табырға ҡушылды. Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе квартиралар менән тәьмин итер өсөн 200 миллион һумға тиклем, 5 һәм унан да күберәк балалар тәрбиәләгән күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 500 миллион һумға тиклем сығымдарҙы арттырыу бурысы ҡуйылды.
Был мәлдә финанс министрлығының йөҙөндә хәсрәт һәм эштең масштабын күҙ алдына килтереп ҡото алынғанын күрергә мөмкин булғандыр, моғайын. Әммә беҙгә уны күрһәтмәнеләр. Ә йөкләмәләр артабан яуҙы ла яуҙы.

- Көтөп ятмағыҙ, әүҙемлек күрһәтегеҙ, кәрәкле белгестәрҙе үҙегеҙ эҙләгеҙ, социаль, көнкүреш йәһәтенән уларға ярҙам итегеҙ. Нимә эшләһәгеҙ ҙә эшләгеҙ — тик улар һеҙҙә ҡалһын. Бөтә тырышлығығыҙ яҡташтарығыҙҙың сәләмәтлеге өсөн рәхмәт булып әйләнеп ҡайтыр, - тине Радий Хәбиров төбәккә табиптар етмәү проблемаһы тураһында һөйләгәндә.

Матур йәшәргә кәрәк
Артабанғы ярты сәғәтте Радий Хәбиров “уңайлы мөхит” темаһына арнаны, бөтә ерҙә матур, уңайлы булырға тейеш, ул саҡта берәүҙең дә башына тыуған яғын ташлап, ситкә сығып китеү уйы килмәҫ.
- Халыҡ менән ҡайҙа ғына осрашһам да, уларҙы ир-егеттәрҙең лайыҡлы эш эҙләп республиканан ситкә, нигеҙҙә, төньяҡҡа китеүе борсой. Ә беҙ иһә эшкә һәләтле халыҡты юғалтабыҙ. Минеңсә, республикабыҙ өсөн был — бөгөнгө иң мөһим һынауҙарҙың береһе. Халыҡ, ошо кире күренеште ниндәй дәрәжәлә үҙгәртә алыуыбыҙға ҡарап, беҙҙе лә, эшебеҙҙе лә баһалаясаҡ. Бының өсөн беҙгә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән яңы эш урындары кәрәк. Муниципалитеттарға инвестициялар йәлеп итәсәкбеҙ, өр-яңы производстволар асасаҡбыҙ. Ҡасандыр кешеләргә эш биргән, һуңыраҡ ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында бөлгөнлөккә төшкән элекке предприятиеларҙы тергеҙергә кәрәк. Ошо өлкәлә лә ҡәтғи тәртип булдырыу зарур, - тине республика башлығы.

Йәки, бына ауыл хужалығы. Башлыҡ фекеренсә, агросәнәғәт комплексы иҡтисадтың иң перспективалы үҫеш нөктәһенең береһенә әүерелә ала.
- Республикала аҙыҡ-түлек баҙары һыйҙырышлылығы 350 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Ә бөгөн иһә беҙ 170 миллиард һумлыҡ продукция етештерәбеҙ, йәғни ҡеүәтебеҙҙең яртыһынан аҙырағын. Шул уҡ ваҡытта әҙер аҙыҡ-түлек түгел, нигеҙҙә, сеймал тәҡдим итәбеҙ, өҫтәмә хаҡтан байтаҡ табышты юғалтабыҙ. Үҙебеҙҙә тәрән эшкәртеүҙе үҫтереү — агросәнәғәт комплексы алдында торған тәү сираттағы бурыс, - ти Хәбиров.
Төбәк башлығы йәштәрҙең республиканан ситкә китеүенә лә туҡталды.

- Мәктәптәрҙе тамамлағандарҙың сирек өлөшөнән ашыуы йыл һайын башҡа төбәктәр­ҙәге юғары уҡыу йорттарына уҡырға китә. Уларҙы беҙҙең университеттарҙа кәрәкле һөнәрҙәргә ҡыт­лыҡ, уҡыу, фән, ижад менән шөғөлләнеү, уңайлы йәшәү өсөн заманса инфраструктураның булмауы, эшкә урынлашыуҙағы ҡыйынлыҡтар ҡәнәғәт­ләндермәй. Беҙҙең университеттар алдынғы Рәсәй вуздары кимәлендә булырға тейеш! – тине ул һәм Хөкүмәткә киләһе йыл аҙағына тиклем республика Фән һәм технологиялар йортон — Технополис ойош­тороу һәм камтус – ҙур заманса ятаҡ төҙөү бурысын йөкмәтте.

- Район, ҡалалар буйлап сәфәрҙә һәр саҡ йәшәү мөхитенең сифатына, коммуналь хеҙмәттәрҙең эшенә, биләмәләрҙең төҙөклөгөнә һәм экологик хәлгә иғтибар итәм. Балалар майҙансыҡтарына, ихаталарға күҙ һалығыҙ. Хурлыҡ бит. Ә хәҙер күрегеҙ: улар ниндәй булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта әллә ни ҙур аҡса ла кәрәкмәй. Бюджеты бәләкәйерәк булған байтаҡ төбәктәр был проблеманы әүҙем хәл итә. Беҙ ҙә уны хәл итәсәкбеҙ. Әле өс меңгә яҡын ихата төҙөкләндереүгә мохтаж. Киләһе йыл ошо маҡсатҡа 3,4 миллиард һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 1,4 миллиард һум аҡса йүнәлтәсәкбеҙ. Программала шулай уҡ муниципалитеттар ҙа ҡатнаша. Был беҙгә 500-гә яҡын ихатаны ремонтлау, шулай уҡ 150-гә яҡын паркты һәм скверҙы төҙөкләндереү мөмкинлеген бирәсәк.

Тағы ла бер ҙур яңы программа — подъездарҙы ремонтлау. Беҙ был эшкә йыл һайын идарасы компаниялар ҡатнашлығында бюджеттан бер миллиард һум аҡса бүләсәкбеҙ. Бындай программалар башҡа төбәктәрҙә эшләй ҙә инде. Алты йылда 26 меңдән ашыу подъезды төҙөкләндереп, проблеманы тулы­һынса хәл итеүҙе планлаштырабыҙ,тине ул.

Башҡортостанда яңы девиз
- Республиканың барлыҡ халҡын үҙебеҙҙе кәм тоймаҫҡа саҡырам! Беҙгә үҙебеҙҙе ихтирам итергә, республикабыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ менән ғорурланырға ерлек бар! Күршеләребеҙ һәм дуҫтарыбыҙ “Беҙ булдырабыҙ” тип дөрөҫ әйтә. Ә мин иһә “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” тип әйтергә теләйем. Тәржемә итеүҙең кәрәге юҡтыр, моғайын. Беҙҙе тормош кимәле буйынса үтеп киткән төбәктәрҙе ҡыуып етергә теләһәк, башҡа сарабыҙ, ысынлап та, юҡ. Шул саҡта ғына беҙ илдә алдынғы позицияларға мотлаҡ әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ.

Әйткәндәй, ошо һүҙҙәр девизыбыҙ булһын! – тине Радий Хәбиров сығышын йомғаҡлап.

Һүҙмә-һүҙ

Нимә ул – ғәҙеллек?
Республикабыҙҙа көндәлек эштәрҙә, һәр кеше тормошонда ғәҙеллеккә ихтыяж шулай уҡ киҫкен һиҙелә. Шуға ла “йондоҙҙарға” ынтылырҙан алда иң элек ошо ерҙәге, кешеләр өсөн ысын мәғәнәһендә мөһим булған ябай ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерергә кәрәк.
Ғәҙеллек төшөнсәһен мин нисек аңлайым?

Ғәҙеллек ул - кешеләр намыҫлы эшләп, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ала. Дәүләткә тиҫтәләрсә йыл ғүмерен биргән ветерандар үҙҙәрен онотолған һәм мәхрүм итеп тоймай.
Бизнесҡа дәүләт ярҙамы “үҙебеҙҙекеләр”гә һәм “сит-ят”тарға айырмайынса күрһәтелә.
Етәксенең “иң яратҡан” хеҙмәткәрҙәре юҡ.
Закон алдында барыһы ла тиң.
Алға киткән муниципалитеттар артта ҡалғандарға ярҙам итә.
Ғөмүмән, көслөләр көсһөҙҙәргә — ҡарттарға, балаларға, аҙ тәьмин ителгәндәргә, махсус ихтыяжлы кешеләргә ярҙам итә. Сөнки был — ғәҙел.

Ғәҙеллек ул - зат һәм әшнәлек күренештәренең бөтөнләй булмауы. Ауылдарыбыҙҙағы һәр егет йәки ҡыҙ яҡшы уҡый, һәләттәрен үҫтереү өҫтөндә бик күп эшләй икән, үҙебеҙҙә, тыуған республикала уңышҡа өлгәшеү мөмкинлегенә ышанырға тейеш.
Властағы коррупция хаҡында
- Булдыҡһыҙ чи­нов­никтарҙы бер ваҡытта ла яҡламая­саҡмын. Власть үҙенең сафында коррупция кеүек күренеште танырға, уға ҡаршы көрәшергә, чиновниктарҙы закон алдында аҡтан-аҡ, пактан-пак тип ҡабул итмәҫкә тейеш.

Дмитрий КАЗАНЦЕВ, политолог:
- Был башҡаса пафослы официоз сара түгел. Төбәк башлығының Мөрәжәғәтнамәһе, тарихта беренсе тапҡырҙыр, моғайын, виртуаль күрһәткестәргә өлгәшеүҙәр хаҡында яңғырауыҡлы отчет биреү булманы һәм, хатта, сәйәсәт, иҡтисад, хаҡтар артыуы һәм тулайым продукт тураһында ла түгел. Һүҙ тулыһынса беҙҙең һәр беребеҙгә - ябай кешеләргә, республика халҡына ҡағылған көндәлек проблемалар – ғәҙеллек һәм дәүләт йөкләмәләре, табиптар етмәүе, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү тураһында барҙы. Радий Хәбировтың “Республика халҡы властан ҡаһарманлыҡ түгел, ә тәү сиратта, үҙҙәре өсөн мөһим булған көндәлек проблемаларҙы хәл итеүҙе көтә” тигән һүҙҙәре Башҡортостан етәкселеге алдында торған барлыҡ эштәрҙе алға әйҙәүсе төп йүнәлеш булыр, моғайын.
Ғайса ЯНБАЕВ, район хакимиәте башлығы:
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһе ул – киләсәккә ҡуйылған бурыстар, һәм һүҙ тик көнүҙәк проблемалар – табиптар етмәүе, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, юл-траспорт ваҡиғалары, ихаталарҙы һәм подъездарҙы төҙөкләндереү, ғәҙеллек һәм инвестициялар хаҡында барҙы. Халыҡҡа ябай көнкүреш мәсьәләләрҙе хәл итеү мөһим, тине ул.
Мөрәжәғәтнамәнең һәр пункты беҙҙең эштең төп йүнәлештәре булырға тейеш.
Беҙ аграр район булып торабыҙ, шуға ла беҙҙең өсөн ауыл хужалығы өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары мөһим.
Аграрийҙарҙың киләсәге хаҡында һөйләгәндә, Радий Фәрит улы агросәнәғәт комплексының иҡтисадыбыҙҙың иң перспективалы үҫеш нөктәләренең береһенә әүерелә аласағын билдәләне. Үҙебеҙҙә тәрән эшкәртеүҙе үҫтереү бурысын ҡуйҙы.
- Бөгөн илдә һөт, ит, бал буйынса алдынғы булһаҡ, иртәгә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙә, биотехноло­гияларҙа, аграр тармаҡты һанлаш­тырыуҙа иң яҡшыларға әүерелергә тейешбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Был йүнәлештә эштәр беҙҙә әлегә “Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә генә яйға һалынған, был ғына етәрлек түгел.
Үҙ продукцияһын эшкәртеү менән барлыҡ эре ауыл хужалығы предприятиелары ла шөғөлләнергә йәки кооперативтарға берләшергә тейеш.
Туристик өлкә, урман эшкәртеү сәнәғәте, игенселек, малсылыҡ, йәшелсәселек район үҫеше потенциалы булып тора.
Радий Хәбиров һүҙен фомғаҡлап, барыбыҙҙы ла берҙәм булырға, бергә тупланырға, беҙҙең балалар һәм ейәндәр йәшәргә теләгән республиканы төҙөү буйынса бергә эшләргә саҡырҙы.
- Үҙебеҙҙең республикабыҙ, үҙ ҡаҙаныштарыбыҙ менән ғорурланайыҡ! Бөгөн беҙ башҡаларҙан яҡшыраҡ эшләргә тейеш, - тине ул.
Радий Фәрит улы яңғыратҡан барлыҡ мәсьәләләр тормошҡа ашырылыр.
Флүр Хисмәтуллин,
чернобылселәр йәмғитенең рәйесе:
- Миңә, ғүмеремдә беренсе тапҡыр бындай мөһим сәйәси форумда ҡатнашыусы ябай гражданинға, уның башҡа ошондайыраҡ сараларҙан айырмалы, рәсмиләштерелмәгәнлеге һәм ҡоро, ғәҙәти үтмәүе тәьҫир итте. Артыҡ һандарһыҙ, статистикаһыҙ һәм тик кәрәгенсә – тап ошолай ҡылыҡһырлар инем Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһен. Был власть органдары етәкселәре менән генә тура әңгәмә түгел, шулай уҡ залда ултырған ябай кешеләр, ә улар йөҙөндә - бөтә республика халҡы менән йәнле аралашыу булды.
Хеҙмәт кешеләре, уларҙы борсоған мәсьәләләр һәм проблемаларҙы сисеү юлдарын эҙләү беҙҙең төбәк етәксеһе сығышының төп темаһы булды. Төп геройҙар – республикабыҙ үҫешенә үҙ ҡаҙаныштары менән тос өлөш индергән ғәҙәти эшсәндәр. Халҡыбыҙҙың йәшәйеш кимәлен һәм сифатын күтәреү өсөн барыһын да эшләү, даими хәстәрлек күрһәтеү һәм иғтибар бүлеү - бар өлкәләге етәкселектең мөһим бурысы. Тап ошо булды ла инде Мөрәжәғәтнамәнең асылы.
Радий Хәбировтың сығышында киләсәккә билдәләнгән пландарҙың һәм проекттарҙың уңышлы бойомға ашырылыуына ышаныс яңғыраны.
Читайте нас: