Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
27 Сентябрь 2018, 22:26

Дәүләт Думаһы Владимир Путиндың пенсия реформаһына төҙәтмәләрен бер тауыштан хупланы

Дәүләт Думаһы депутаттары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың икенсе уҡыуға индерелгән пенсия ҡануниәтендәге үҙгәрештәр тураһында проектын бер тауыштан хупланы, тип хәбәр итә РИА Новости.

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Дәүләт Думаһы депутаттары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың икенсе уҡыуға индерелгән пенсия ҡануниәтендәге үҙгәрештәр тураһында проектын бер тауыштан хупланы, тип хәбәр итә РИА Новости.
Депутаттар шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһы индергән төҙәтмәләрҙе лә хупланы. Уларҙың бер өлөшө әлеге пенсия йәшендә түләү тәҡдим ителгән тупланма пенсияға ҡағыла: ҡатын-ҡыҙҙарға — 55, ә ир-егеттәргә 60 йәштән. Тағы ла бер асыҡлыҡ эшләмәгән пенсионерҙарға пенсияны индексациялау менән бәйле.
Июлдә Дәүләт Думаһы тәүге уҡыуҙа хаҡлы ялға сығыу йәшен ир-егеттәргә — 65, ҡатын-ҡыҙҙарға 63 йәшкә тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан хөкүмәт закон проектын ҡабул итте. Август аҙағында Владимир Путин ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы йомшартырға мөмкинлек биргән саралар тәҡдим итте.
Әйтәйек, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пенсияға сығыу йәше бынан алда тәҡдим ителгәнсә 63 урынына 60 йәш булырға тейеш. Күп балалы әсәләр ҙә ваҡытынан алда пенсияға сыға ала, ә Себерҙәге аҙ һанлы төп халыҡтар өсөн пенсия тәғәйенләү шарттары һаҡлана.
Бынан тыш, пенсия алды йәшендәге кешеләр өсөн эшһеҙлек буйынса пособие арттырыла, ә пенсия алдынан эштән бушатҡан өсөн яуаплылыҡ индерелә.
Әлеге ваҡытта ир-егеттәр — 60, ҡатын-ҡыҙҙар 55 йәштән хаҡлы ялға сыға, ул тиҫтә йылдар элек билдәләнгән.
Төҙәтмәләр индереү ғүмер оҙайлығының артыуы һәм илдә эшләүселәр һаны кәмеүе, ә пенсионерҙарҙың, киреһенсә, күбәйеүе шарттарында лайыҡлы пенсия менән тәьмин итеү мөмкинлегенең булмауы менән аңлатыла. Властар пенсияға сығыу йәше 60-65 тип билдәләнгән күпселек үҫешкән илдәрҙең тәжрибәһенә таяна.
Читайте нас: