Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
9 Сентябрь 2018, 23:13

Башҡортостанда Ҡоролтайға һайлауҙа тауыш биреү тамамланды

Башҡортостанда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү тамамланды. Һайлау участкалары ябылды.

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
Башҡортостанда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү тамамланды. Һайлау участкалары ябылды.
Республикала Берҙәм тауыш биреү көнөндә — йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, 22 һайлау кампанияһы уҙҙы. 147 мандат алмаштырылды. Киске сәғәт 6-ға һайлаусыларҙың 40,26% тауыш бирҙе. 25 690 кеше йәшәгән урынынан ситтә тауыш биреү мөмкинлеген файҙаланды. Тауыш биреү өсөн исемлеккә 3 миллион 50 мең 303 кеше индерелде. 2018 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә тап шунса кеше һайлау хоҡуғына эйә ине.
Төбәк парламентына һайлау биш йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Республикала йәшәүселәр закондар сығарыу йыйылышына 110 депутат һайланы. Уларҙың яртыһы — бер мандатлы округтар, яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайланды.Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының алтынсы саҡырылыш депутаттарын һайлауҙа республика һайлаусыларының 49,27% һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын ҡулланып тауыш бирҙе. 811 участкала КОИБ-тар файҙаланылды.
Читайте нас: