Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
6 Сентябрь 2018, 17:36

Пенсия системаһында үҙгәрештәр

Владимир Путин пенсияға сығыу йәшен ҡатын-ҡыҙҙарға 60, ирҙәргә 65 йәшкә тиклем оҙайтырға тәҡдим итте. Был турала Рәсәй Президенты бөгөн тура эфирҙа, ил халҡына пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереүгә бәйле мөрәжәғәтендә белдерҙе. Президент ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғы биргән стаж оҙайлығын 3 йылға кәметеп, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 37, ирҙәргә 42 йыл күләмендә билдәләргә саҡырҙы.

Владимир Путин пенсияға сығыу йәшен ҡатын-ҡыҙҙарға 60, ирҙәргә 65 йәшкә тиклем оҙайтырға тәҡдим итте. Был турала Рәсәй Президенты бөгөн тура эфирҙа, ил халҡына пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереүгә бәйле мөрәжәғәтендә белдерҙе. Президент ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғы биргән стаж оҙайлығын 3 йылға кәметеп, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 37, ирҙәргә 42 йыл күләмендә билдәләргә саҡырҙы.

Күп балалы ғаиләләр һәр төбәктең биҙәге. Татыулыҡта ғүмер итеп, балаларын үҙ өлгөләрендә үҫтергәндәр һәр саҡ һоҡланыу тойғоһо уята. Балтас районында йәшәүсе Хәйҙәршиндар тап шундай ғаиләләрҙең береһе. Улар 11 балаға ғүмер бүләк итеүе менән бар республикала оло ихтирам яулаған. Бындай ғаиләләргә дәүләт тарафынан да ҙур иғтибар бүленә. Ишле ғаилә булыуҙың яҡын киләсәктә тағы ла бер өҫтөнлөгө буласаҡ. Сөнки ил етәксеһе тәҡдим итеүенсә, күп балалы әсәләргә ваҡытынан алда пенсияға сығыу мөмкинлеге бирелә.

Ысынлап та, Владимир Путин бөгөн пенсия системаһындағы үҙгәрештәргә бәйле белдереү менән сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пенсия йәше ир-егеттәргә ҡарағанда күберәккә артмаҫҡа тейеш. Йәғни, ханымдарҙы - 60, ә көслө заттарҙы 65 йәштән хаҡлы ялға сығарырға тәҡдим итте.


Владимир Путин шулай уҡ пенсия алдында тороусы ауыл кешеләре өсөн эшһеҙлек буйынса пособиены арттырыу бурысын ҡуйҙы. Йәғни, бөгөн уның күләме 4 мең 900 һум икән, киләһе йылдан 11 мең 280 һум булырға тейеш. Бынан тыш, ул 30 йылдан ашыу ауылда эшләгән өсөн арттырылған пенсиялар индерергә тәҡдим итте. Тәҡдим ителгән тағы ла бер үҙгәрештәргә ярашлы, киләһе ике йылда пенсияға элекке закон нигеҙендә сығырға тейеш булыусыларға пенсияларын алты айға иртәрәк рәсмиләштереү мөмкинлеге бирелә. Пенсия йәше алдындағы кешене эштән ебәргән, шулай уҡ йәшенә ҡарап эшкә ҡабул итмәгән өсөн, административ һәм енәйәт яуаплығы ҡарала. Эш биреүсе һәр йыл һайын пенсия йәше алдындағы хеҙмәткәрҙәргә, эш хаҡын һаҡлап, түләүһеҙ диспансеризация өсөн ике көн бирергә бурыслы.

Әйтергә кәрәк, Владимир Путиндың тәҡдимдәре әлегә закон проектына төҙәтмәләр булараҡ ҡарала. Артабан ул тағы ла камиллаштырылып Дәүләт Думаһының киләһе уҡыуҙарында ҡабул ителер тип көтөлә.
Читайте нас: