Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров район хакимиәтендә төрлө һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул иткәйне. Икенсе көндө ул эш сәфәрен “Мораҙым тарлауығы”нда дауам иттерҙе. Иң тәүҙә йыйылған ҡунаҡтар, халыҡ алдында үҙенең халыҡ мәнфәғәтен яҡлау буйынса сәйәси эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап үтте.
- Дәүләт Думаһы ҡарарына 26 закон проекты тапшырылһа,уларҙың ҡап яртыһы ғамәлгә ашырылды ла инде. Ҡайһы береһе яңы 2019 йылдың ғинуарында үҙ көсөнә инә, мәҫәлән, урман-ҡырҙарҙа аунап ятҡан ҡоро-һары тураһындағы закон, был халыҡ теләген иҫәпкә алып, уның өҫтөндә мин үҙем эшләнем. Закондарға 56 төҙәтмә индерҙем, улар бөтәһе лә өҫтән хуплау тапты, - тине ул. - “Контакт”, “Фейсбук” биттәрендә теге йәки был закондарға ҡағылышлы фекерҙәрегеҙҙе ҡалдырырға мөмкинһегеҙ. Берҙәм башҡарылған эш һөҙөмтәлерәк була.
Шулай уҡ хөрмәтле яҡташыбыҙ алкоголле эсемлектәр менән законһыҙ сауҙа иткән кешеләргә ҡарата яуаплылыҡты көсәйтеүгә бәйле ғәмәлгә ингән закондың ыңғай һөҙөмтәләр килтерәсәгенә ышанысын белдерҙе.
Урмандарҙы тергеҙеү, йәғни ҡырҡылғаны урынына яңыһын үҫтереү, ябай халыҡты талау ниәте менән эшләгән финанс ойошмаларҙы ҡәтғи күҙәтеү аҫтына алыу, “Рәсәй Почтаһы” эшсәндәренең хеҙмәтен еңеләйтеү маҡсатында был өлкәгә үҙгәрештәр индереү (акционер йәмғиәткә әйләндереү), демографик мәсьәлә, туған телдәргә ҡағылышлы проблемаларҙы хәл итеүгә бәйле закон проекттары өҫтөндә киләсәктә ентекле эш алып барыу мөһимлеген билдәләп үтте.
Артабан Зариф Закир улы һәм уның көньяҡ райондарҙан, Өфөнән килгән 14 ярҙамсыһы, Берҙәм Рәсәй партияһы ағзалары, район хакимиәте башлығы менән бергә һөйләшеүҙе “түңәрәк өҫтәл” артында дауам иттеләр. Бында киләсәктә депутаттарҙың эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса эш планы ҡаралды. Дәүләт Думаһы депутаты әүҙемлек күрһәткән ярҙамсыларын рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.