Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
31 Май 2018, 11:42

“Мин айыҡлыҡ өсөн!” Депутат Зариф Байғусҡаров эскелеккә ҡаршы күрелгән саралар хаҡында

Эскелектең ниндәй ауыр эҙемтәләргә килтереүен яҡшы беләбеҙ. “Күңелде асҡан” ялтыр шыйыҡса кешене ауыр енәйәттәргә этәрә, ғаиләләрҙе тарҡата, балаларҙы ата-әсә йылыһынан мәхрүм итә, йәндәрҙе һәм тәндәрҙе ғәрипләй. Ул үлем кимәлен арттыра, ғүмер ҡыҫҡарыуының төп сәбәптәренең береһе булып тора. Бындай проблема яҡташыбыҙ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф БАЙҒУСҠАРОВтың иғтибарынан, әлбиттә, ситтә тороп ҡала алмай. Ул халыҡты эскелектән арындырыу өсөн мөмкин булғандарҙың барыһын да эшләй.

Эскелектең ниндәй ауыр эҙемтәләргә килтереүен яҡшы беләбеҙ. “Күңелде асҡан” ялтыр шыйыҡса кешене ауыр енәйәттәргә этәрә, ғаиләләрҙе тарҡата, балаларҙы ата-әсә йылыһынан мәхрүм итә, йәндәрҙе һәм тәндәрҙе ғәрипләй. Ул үлем кимәлен арттыра, ғүмер ҡыҫҡарыуының төп сәбәптәренең береһе булып тора. Бындай проблема яҡташыбыҙ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф БАЙҒУСҠАРОВтың иғтибарынан, әлбиттә, ситтә тороп ҡала алмай. Ул халыҡты эскелектән арындырыу өсөн мөмкин булғандарҙың барыһын да эшләй.
– Зариф Закир улы, белеүебеҙсә, һеҙ спорт яратаһығыҙ. Ун саҡрымлыҡ кросты еңел генә үтәһегеҙ, айыҡ тормош менән йәшәйһегеҙ. Депутат булараҡ замана сире – эскелеккә ҡаршы әүҙем көрәш алып бараһығыҙ. Һеҙ – йәмғиәтте айыҡтырырға ярҙам иткән закондар авторы ла. Ошо өлкәгә ҡағылған һуңғы яңылыҡтар менән таныштырығыҙ әле.
– Был проблема электән үк күңелемә тынғы бирмәй. Алкоголизм арҡаһында күпме кеше йәшләй һәләк була, үҙ-үҙенә ҡул һала, бер ғәйепһеҙ балаларҙың яҙмышы селпәрәмә килә. Рәсәйҙә йыл һайын алты йөҙ меңдән ашыу кеше вафат була. Күҙ алдына килтерегеҙ: этил спирты йыл һайын илебеҙҙең ҙур бер ҡалаһын юҡҡа сығара.
Һайлау алды кампанияһы барышында халыҡ ауыл-ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең замана сире - эскелеккә ныҡ бирелеүенә йыш зарланды һәм ҡануниәт кимәлендә саралар күреүемде һораны. Шуға ла сәйәси эшмәкәрлегемдә эскелеккә ҡаршы көрәш ҙур урынды биләй. Йәшерен цехтарҙа ҡойолған, һаулыҡ өсөн зарарлы ялған араҡы (контрафактлы алкоголле эсемлектәр күҙ уңында тотола), көмөшкә һатыусыларға элек ике мең һум тирәһе генә штраф һалына ине. Халыҡ контрафакт араҡы менән законһыҙ һатыу итеүселәргә ҡарата язаны көсәйтеүҙе һораны. Бер нисә хеҙмәттәшем менән закон проекты әҙерләнек һәм Дәүләт Думаһына тәҡдим иттек. Артабан уны тормошҡа ашырыу буйынса эштәр алып барылды. Былтыр августа закон ҡабул ителде. РФ Енәйәт кодексына һәм Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер һаулыҡҡа зыян килтергән ялған араҡыны законһыҙ һатыусыға 30 мең һумдан 50 мең һумға тиклем штраф һалына. Әгәр ҙә кеше бер йыл эсендә йәнә ошо эш өҫтөндә тотолһа, уға 50 мең һумдан 80 мең һумға тиклем штраф тәғәйенләнәсәк йәки бер йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителәсәк. Һаман да аҡылына килмәгән кешегә һуңғы сара – енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.
– Закон ҡабул ителгәнгә туғыҙ ай үтте. Һөҙөмтәләр ҡыуандырырлыҡмы?
- Республика прокуроры һәм БР буйынса эске эштәр министры ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә әйтеүҙәренсә, Башҡортостанда ыңғай үҙгәрештәр бар. Райондарҙың эске эштәр бүлеге етәкселәре менән дә даими һөйләшеп торам, спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнеше кәмей. Баймаҡ районында былтыр контрафактлы алкоголле эсемлектәр һатҡан 255 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 5 кешегә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ағымдағы йылда 62 кешегә административ протоколдар төҙөлгән, 1 кеше енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Эскелек менән көрәшеү тик полицияның ғына эше булырға тейеш түгел. Урындағы йәмәғәт ойошмалары - ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар ойошмалары, урындағы үҙидара органдары был эшкә битараф ҡалмаһын ине. Үҙенә һүҙ тейеүҙән ҡурҡып, ауылдашының көмөшкә йәки араҡыны законһыҙ рәүештә һатыуы хаҡында әйтмәүселәр, үкенескә күрә, бар, ләкин өндәшмәй ҡалырға ярамай. Кеше үҙе эсмәһә лә, уның яҡындары, балалары хәмер тоҙағына эләгеүе ихтимал бит. Әгәр ҙә полиция хеҙмәткәрҙәре урында эскелеккә ҡаршы саралар күрмәһә, зыянлы спиртлы эсемлектәр һатылған урындар хаҡында миңә хәбәр итергә мөмкин (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17).
- Үҙе осһоҙ, үҙе зәһәр, халыҡ телендә “фанфурик” тип аталған шыйыҡса эскеселәр араһында киң таралған...
- Эйе, составында спирт булған шул шыйыҡса арҡаһында үлеүселәрҙең күп булыуы бигерәк тә хафаға һала. Составында 75 процент спирт булған препаратҡа алкоголь акцизы булдырыу (ул саҡта хаҡы артасаҡ) йәки уны бөтөнләй тыйыу һәм дөйөм ҡулланылыштан алыу кәрәк, тигән тәҡдим менән сығыш яһаным. Яҡын киләсәктә был мәсьәлә ыңғай хәл ителер, тип ышанам.
- Күптәр йылдар буйы эскесе ир, атай, әсәй, ҡатын менән йәшәй, шул арҡала күп яфа күрә. Элегерәк айнытҡыстар, һауыҡтырыу-хеҙмәт профилакторийҙары булды. Алкоголь сиренә бирелгән кешене өгөт-нәсихәт менән генә үҙгәртеп булмай, ҡәтғи саралар кәрәк. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?
- Эскән кешенең береһе лә үҙен эскесе тип һанамай. Дөрөҫ, улар үҙҙәренең яҡындарының тормошон тамуҡҡа әйләндерә. Миҫал өсөн, енәйәттәрҙең - 70, ә суицидтарҙың 63 проценты хәмер тәьҫирендә ҡылына. Ғаиләһендә ғауға ҡуптарған, яҡындарына ҡул күтәргән кеше, минең ҡарамаҡҡа, мотлаҡ дауаланырға тейеш. Бөгөнгө закондар буйынса, кешенең теләге булмаһа, уны мәжбүри дауаларға ярамай. Әммә эскән кшенең үҙе теләп дауаланырға барыуы – һирәк хәл. “Теләгән ваҡыт­та бер ниндәй дауаһыҙ ҙа туҡтай алам!” – тип кенә ебәрәләр. Ләкин барыбер туҡтай алмайҙар... Тимәк, эскелек – ул сир һәм уның менән көрәшергә кәрәк.
Әлеге мәлдә, Дәүләт Думаһында хеҙмәттәштәрем менән бергә эскән кешене мәжбүри дауалау тураһындағы закон проекты өҫтөндә эшләйбеҙ. Иҫерек килеш енәйәт ҡылған йәки хоҡуҡ боҙған граждандарҙы, медицина комиссияһы нигеҙендә, мәжбүри дауалау ниәтләнә. Иҫерек водитель арҡаһында күпме фажиғәләр була, күпме кеше яҡындарын, туғандарын юғалта. Ошоларҙы иҫәпкә алып, иҫерек килеш руль артына ултырғандарға ҡарата ла бындай сара күреләсәк. Әлеге ваҡытта тәүге тапҡыр эскән килеш рулгә ултырған кешегә административ яза бирелә, ә был хәл икенсегә ҡабатланһа, ул енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла. 2017 йылда иҫерек килеш автомобилгә ултырыусылар һаны буйынса республикабыҙ илдә икенсе урында килде – 28 мең кеше! Эскән кешегә диңгеҙ тубыҡтан, уларҙы штраф һәм башҡа тыйыуҙар ғына туҡтатмай. Бында мәсьәләне тамырынан хәл итергә, эскесене мәжбүри дауаларға кәрәк.
Айнығып, үҙ хатаһын аңлап, башҡаса ауыҙына хәмер алмаған кеше ғаиләһенә терәк буласаҡ, тулы ҡанлы тормош менән йәшәйәсәк, юлдарҙа фажиғәләр ҙә кәмейәсәк.
Был закон проектына ҡаршы сығыусылар, имеш, кеше хоҡуҡтары үтәлмәй, тиеүселәр ҙә бар. Әммә эскеселәрҙең йәмғиәткә ниндәй оло бәләләр килтереүен күҙ алдына баҫтырһаң, иманым камил, бындай закон бик кәрәк.
– Зариф Закир улы, заман сирҙәренең сәбәбе нимәлә һуң? Әллә эшһеҙлектәнме?
– Был турала күп кенә тикшереүҙәр үткәрҙем һәм шуға инандым: эшһеҙлек эскелек һәм башҡа заман афәттәренә сәбәп түгел. Себер тарафтарында эш менән проблема юҡ, ул төбәктә лә эскелек сәскә ата, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар күп. Ә бына Кавказда эшһеҙлек көслө, ләкин уларға эскелек, наркомания, суицид, социаль етемлек кеүек күренештәр бөтөнләй ят. Барыһы ла тәрбиәнән, ғаилә ҡиммәттәренән килә, тип уйлайым. Ояһында ни күрә – осҡанында шул була, ғаиләһендә эскелек ғәҙәти хәл булһа, үҫә килә, бала ла ата-әсәһе юлын ҡыуа. Райондарҙа, осрашыуҙар барышында, тырышып донъя көткән йүнселдәр менән йыш осрашам. Күгәрсен районында ла ундай хужалар етерлек. Улар күпләп мал аҫрай, баҡса үҫтерә, бесәнен әҙерләй, емен хәстәрләй, балаларына ла сифатлы белем бирергә тырыша, яҙмыштарына бер ҙә зарланмай. Ә эскән кешеләр эшләмәй, ялҡаулана, башҡаларҙа ғәйеп эҙләй һәм эскелек һаҙлығына тамам бата. Бында барыһы ла кешенең үҙенән тора.
Һуңғы йылдарҙа халыҡтың күберәк айыҡ тормошто һайлауы шатландыра. Туйҙар һәм башҡа ғаилә байрамдары хәмерһеҙ үтә. Табында һаулыҡҡа файҙалы милли эсемлектәр – ҡымыҙ һәм буҙа урын ала. Һабантуйҙарҙа элекке замандарҙағы кеүек иҫеректәрҙе осратмаҫһың. Был – бик яҡшы күренеш. Тимәк, эскелеккә ҡаршы закондарҙың һөҙөмтәһе бар. Улар ғаилә институтын нығыта, киләсәк быуынды ҡурсалай, социаль тормошто яҡшырта. Әммә эшләйһе эштәр күп әле. Был көрәш халыҡ менән бергә барһа, һис шикһеҙ, йәмғиәтебеҙҙә айыҡлыҡ ғәҙәти хәлгә әүерелер.
– Зариф Закир улы, ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ!

Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: